ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Август 2019, 17:40

Элеватор йөрәге - лаборатория

Мәләүез элеваторында ҡыҙыу эш осоро башланды: улар Ҡыйғы районынан алып Ырымбур өлкәһенә тиклем аруыҡтан йыйып килтерелгән уңышты ҡабул итә, таҙартып, киптереп һаҡлауға ҡуя.

Мәләүез элеваторында ҡыҙыу эш осоро башланды: улар Ҡыйғы районынан алып Ырымбур өлкәһенә тиклем аруыҡтан йыйып килтерелгән уңышты ҡабул итә, таҙартып, киптереп һаҡлауға ҡуя.
Бында көнө-төнө эш ҡайнай: бөртөклө культураларҙы тейәгән машиналар бер-бер артлы килеп тора. Үлсәүҙе уҙыуға техника лаборатория ҡаршыһында туҡтай. Бында бойҙайға тулы анализ яһала.
Элеваторҙа лабораторияны коллективтың йөрәге тип атайҙар. Хеҙмәткәрҙәр бөртөклөләрҙең сүплелеген, дымлылығын, аҡһымын, ҡөмүмән, сифатын асыҡлай. Лаборатория начальнигы Гүзәл Ғималетдинова етәкселегендә алты хеҙмәткәр көҙгө арыш, бойҙайҙан анализға бер өлөш алып, иләк аша үткәреп уның сүплелеген, бөртөклөләрҙең сирлеме, юҡмы икәнен, ашлыҡтағы аҡһым күләмен билдәләй. Улар яһаған анализдар дәүләт лабораторияһы һөҙөмтәләре менән тап килә.
Читайте нас: