Конгэк
+15 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
19 Август 2019, 12:55
Татлыларҙан татлы байрам
Кем бер тапҡыр булһа ла, Бал байрамында булһа, ул мотлаҡ икенсе йыл да барасаҡ.
Кем бер тапҡыр булһа ла, Бал байрамында булһа, ул мотлаҡ икенсе йыл да барасаҡ.
Фестиваль барған биләмәгә инеү менән шундай һөйләшеүгә шаһит булдым. Ысынлап та, ҡайһылай дөрөҫ әйтәләр. Мин дә, ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, ҙур теләк менән юл тоттом байрамға. Өсөнсө йыл рәттән ойошторолған сара быйыл “Спартаковсы” балалар лагеры янында йәмле Нөгөш һыуһаҡлағысы ярында үтте.
Унда республиканың көньяҡ райондарынан, атап әйткәндә, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка, Ейәнсура, Мәләүез һәм Бөрйәндән ҡырҡтан ашыу умартасы ҡатнашты. Бал миҙгелен йомғаҡлауға арналған сарала ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, “Башҡортостан” милли паркы етәксеһе Владимир Кузнецов сәләмләне.
Һөнәри конкурста Әлфир Уразбахтин, Ринат Тимерәев (икеһе лә Мәләүездән), Илгиз Шәрипов (Түбәнге Таш) еңеүсе исемен яуланы. “Иң тәмле бал” номинацияһында Мөдәллимә Хасбутдинова билдәләнде. Үҙешмәкәр артистар умартасыларға арнап иң матур йырҙары, бейеүҙәре менән сығыш яһаны.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?