ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Август 2019, 19:38

“Һөт иле” уҙҙы

Баш ҡалала Салауат Юлаев исемендәге майҙанда йыл һайын уҙғарыла торған “Һөт иле - 2019” фестивале уҙҙы. Быйыл фестивалдең девизы: “Һөт эсһәң - позитив бул!”. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировты һәм барлыҡ фестиваль ҡунаҡтарын һөтлө стакан менән ҡаршы алды.

Баш ҡалала Салауат Юлаев исемендәге майҙанда йыл һайын уҙғарыла торған “Һөт иле - 2019” фестивале уҙҙы.
Быйыл фестивалдең девизы: “Һөт эсһәң - позитив бул!”. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировты һәм барлыҡ фестиваль ҡунаҡтарын һөтлө стакан менән ҡаршы алды.
Радий Фәрит улы малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе фермерҙар һәм хужалыҡ етәкселектәре менән аралашты. Үҙ продукцияһын тәҡдим иткән ауыл хужалығы эшкәртеү кооперативтарының продукцияһын тәмләп ҡараны. Кооператорҙар менән аралашҡанда ул дәүләт ярҙамы саралары, һатыу системаһы, етештерелгән аҙыҡ-түлек продукттары менән ҡыҙыҡһынды.
Был сарала “Мәләүез һөт-консерва комбинаты” үҙҙәре етештергән һөт продукцияһы, эремсек нигеҙендә эшләнгән косметика тәҡдим итте. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, федераль һәм төбәк агрохолдинг етәкселәре ҡатнашлығында үткән эшлекле форумда “Ашҡаҙар” хужалығы етәксеһе Илдус Хәлитов ҡатнашты.
Әйткәндәй, “Һөт иле - 2019” фестивалендә сыр эшләү конкурсы, һөт циркы, аттракциондар, спорт майҙансығы, кафе һәм фудкорт, һөт йәрминкәһе, һөт фермаһы, оҫта ҡулдар, “Бәхетле тәңкә” һәм башҡа майҙансыҡтар эшләгән.
Читайте нас: