Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
8 Октябрь 2019, 18:59

Яратҡан эш күңелгә ял ғына бирә

“Тыныс холҡо, сабырлығы, бурысын еренә еткереп үтәүе менән абруй яуланы ул. Тәүҙә һауынсы булып эшләне. Һуңынан яңы тыуған быҙауҙарҙы ҡарау кеүек яуаплыраҡ эште уға ышанып тапшырҙым. Бында ла һынатманы, улай ғына ла түгел, көндәлек намыҫлы эше менән йылдан-йыл хужалыҡты үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Боронғоларҙың, уңғандың ҡулы унау, тигән әйтеме бар. Был тап беҙҙең Әлфиәгә ҡарата әйтелгән һымаҡ. Бер үк ваҡытта йортондағы эшкә лә өлгөрә, ғаиләһе лә ҡараулы ла, фермала ла эше көйлө. Ул эшләгәне бирле безәүкәйҙәр ауырымай, үлем осрағы ла юҡ...”, - ти фермер Марат Баһауетдинов.

Аҡназар ауылында йәшәгән класташым, ауылдашым тураһында ошо һүҙҙәрҙе ишетеү минең өсөн икеләтә ҡыуаныслы ине.

Ашыҡмай ғына үҙ эшен бөтөрөп йөрөгән, аҙ һүҙле, изге күңелле, ярҙамсыл ҡыҙ булып хәтерҙә ҡалған ул. Килен булып төшкән ауыл халҡы ла уны тап ошо сифаттары өсөн үҙ иткән.

Әлфиә Шәрипованың эш көнө таң һарыһынан башлана. Үҙенең ике һыйырын һауғас, фермаға безәүкәйҙәре янына ашыға. Әлеге ваҡытта уның тәрбиәһендә етмештән ашыу быҙау. Иртәле-кисле мейес яғып, һөт йылытып, өс-дүрт айлыҡтарына эсерә. Март-апрелдә тыуғандарына бутҡа бешерә. Байтаҡ йылдар бер үк эште башҡарһа ла, һис тә ялҡытмай уны. Киреһенсә, быҙау ҡарау буйынса ҙур тәжрибә туплаған тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ, моғайын. Йәш малҡайҙарҙың ауырыуын да белә, уларҙы нисек дауалау нескәлектәренә лә төшөнгән.

-Иң ауыры - яңы тыуған быҙауҙы күнәктән эсерергә өйрәтеү. Дүрт-биш көн имеҙлек бирәм дә күнәккә өйрәтәм. Быйыл айырыуса март айында көнөнә өсәр-дүртәр быҙау тыуған ваҡытта ауырғараҡ тура килде. Эсә белмәй тип, ас ҡалдырып булмай бит. Малҡайҙың нисек тә тамағын туйҙырыр кәрәк. Улар тәүге көндән үк яҡшы тәрбиә күрһә, тиҙерәк көрәйә, нығыраҡ була, ауырыуҙарға бирешмәй, - ти Әлфиә Ғәфүр ҡыҙы.

Эшендә юғары һөҙөмтәгә ирешеүендә ғаиләһенең дә өлөшө бар, әлбиттә. Хәләл ефете Альберт йорт-ихатала таяныс булһа, улы Роберт кәрәк саҡта фермала булыша, ә өйҙә ҡыҙы Ләйсән - төп ярҙамсыһы.

-Быҙау ҡарауҙы уны ашатыу, эсереү генә тип аңларға ярамай. Улар ҙа кеше һымаҡ. Берәүҙәре наҙға, иркәләүгә мохтаж, икенселәре ҡырыҫыраҡ. Нисек кенә булһа ла, малҡайҙарға иғтибарҙы тигеҙ бүлергә кәрәк. Улар ҙа минең ниндәй кәйефтә булыуыма тиклем беләләр кеүек. Ә эшкә мин дәртләнеп барам, сөнки тырышып эшләр өсөн шарттар ҙа, стимул да бар, - ти класташым.
Читайте нас: