ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Октябрь 2019, 13:27

Татлы тормош өсөн

Рәхәт, татлы тормошто кем яратмай? Ғәмәлдә бының өсөн башта бик күп әсе тир түгеү зарур.

Беҙ бала саҡтан өҫтәлебеҙҙә тәм-том булғанда кинәнес тойғоһо кисерәбеҙ. Үҙебеҙ ғаилә ҡорғас та, шуға ынтылабыҙ, ғәзиздәребеҙҙе тәмлекәстәр менән һыйлағанда уларҙан да артығыраҡ ҡәнәғәтлек тоябыҙ. Ә кескәйҙәр яратҡан ризыҡтарҙы әҙерләү өсөн, иң беренсе, шәкәр кәрәк. Оло быуын был татлыҡайҙың эше ҡаты икәнен яҡшы иҫләйҙер. Ауыл кешеһен ашата ла, кейендерә лә ине сөгөлдөр. Хәҙер генә уның ҡаҙылыуын күрмәй ҙә ҡалабыҙ. Шәкәр заводы янында татлы тамыр тейәлгән машиналар сираты ғына ҡарлы-ҡатыш ямғырҙа татлы тормош тураһында хыялланған хәтирәләрҙе яңырта.

Күрһәткестәргә ҡарағанда быйыл да өҫтәлдәрҙә тәм-том өҙөлмәҫ, кеҫә буш булмаһа… Башҡортостанда өс шәкәр заводы 0,5 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө әҙерләгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан. Уртаса уңыш бер гектарҙан 360 центнер тәшкил итә, йәғни былтырғы күрһәткестән 65 центнерға юғарыраҡ.
Читайте нас: