Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Октябрь 2019, 18:30

Кәшәфетдиновтар һынатмай

Республикала крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатлы эш башҡарыла. Был өлкәлә программалар яңынан-яңыҡабул ителә. Районда ла үҙ эшен асып, яҙмышын нәҡ ауыл менән бәйләгән, уңышлы эшләгән фермерҙар байтаҡ. Арыҫлан ауылынан Кәшәфетдиновтар ана шундайҙарҙан. 2017 йылда Даян Тимерғәли улы ғаилә фермаһын үҫтереүгә грант алыуға ирешә. ”Һәр башлаған эшкә теләктәшлек белдереүсе, ярҙам ҡулы һуҙыусы булғанда, ауыр түгел”, - ти уның эшен дауам иткән йәш фермер Азамат Даян улы.

Республикала крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатлы эш башҡарыла. Был өлкәлә программалар яңынан-яңыҡабул ителә. Районда ла үҙ эшен асып, яҙмышын нәҡ ауыл менән бәйләгән, уңышлы эшләгән фермерҙар байтаҡ. Арыҫлан ауылынан Кәшәфетдиновтар ана шундайҙарҙан.
2017 йылда Даян Тимерғәли улы ғаилә фермаһын үҫтереүгә грант алыуға ирешә. ”Һәр башлаған эшкә теләктәшлек белдереүсе, ярҙам ҡулы һуҙыусы булғанда, ауыр түгел”, - ти уның эшен дауам иткән йәш фермер Азамат Даян улы.
Ҡусҡар утары янындағы ташландыҡ ферманы һүтеп, ремонтлағандан һуң, дәүләт ярҙамы менән алты баш һыйырға һауын залы төҙөлгән, ике мең литр һыйҙырышлы һөт һыуытыу өсөн ҡорамал, һөт үткәргес һатып алынған, матди-техник база яңыртылған. “Бинаны һүткәндә сметаға индерелмәгән өҫтәмә күп эш килеп сыҡты. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тиҙәр бит. Төҙөкләндереүҙе башлап китеүе еңелдән булманы, әммә теләк, дәрт булғас, ауырлыҡтарға түҙергә тура килә. Туғандарыбыҙҙың ярҙамы ҙур булды”, - ти Азамат.
Беҙ барғанда ла эш гөрләй ине, Азамат Мәхмүтов иретеп йәбештерә, Раян Кәшәфетдинов, Тимербай Әлмөхәмәтов етәкселегендә практикаға килгән студент егеттәр Азамат Ғәрифуллин, Миңнислам Имелбаев һалам ташый.
Быйылға фураж, бесән һәм башҡа мал аҙығы етерлек тупланған. Ҡышҡылыҡҡа мал яңы бинаға инәсәк. Фермала бөтәһе 100 баш һыйыр малы булһа, 45-е һауыла. Ике механизатор һәм һауынсы эшләй. Һөттө һөт-консерва комбинатына тапшыралар.
Атаһы Даян Кәшәфетдинов ярҙамында ауыл хужалығы тармағының нескәлектәрен үҙләштергән Азамат менән Раянды бер эш тә ҡурҡытмай. Азаматтың тормош иптәше Рузанна ла тырыша, машина менән һауыу операторҙары конкурсында ике йыл рәттән беренселекте ҡулдан ысҡындырмай. Әйткәндәй, уларҙы ҡотларға була: йәш ғаиләлә дүртенсегә сабый тыуҙы.
Булдыҡлы булдырыр, эшен дә уңдырыр, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Кәшәфетдиновтар халыҡты экологик яҡтан таҙа ауыл продукцияһы менән тәьмин итеү ниәте менән янып эшләй. Ҙур теләк менән эшләгәнгә лә эштәре уңышлы уларҙың.
Читайте нас: