Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Октябрь 2019, 19:24

Тормош мәғәнәһе - быуындар ныҡлығында

Яңауыл ауылында Руслан Әлимғузиндың крәҫтиән-фермер хужалығында урып-йыйыу эше ваҡытында тамамланған. Хужалыҡта бөтәһе 800 гектар һөрөнтө ер. 200 гектарынан - бойҙай, 180 гектарҙан - көнбағыш, 150 гектарҙан - рапс менән гәрсис, ҡалған ерҙән арыш менән тритикале сабып, йыйып алынған. Был - төбәктә яҡшы үҫеш юлында булған хужалыҡтарҙың береһе. Атаһы, Салауат Ишбулат улы, 2010 йылда 170 гектар ер алып, фермерлыҡҡа тотонған. Водитель, электрик һөнәрле Руслан улы Себер тарафтарынан ауылына эшкә ҡайтып - үҫемлекселек юлын, ә төпсөгө Айрат малсылыҡ йүнәлешен һайлай. Эшен дауам итерҙәй улдары булғас, Салауат ағай улдарынан ҡәнәғәт, кәңәштәрен биреп йөрөй. Ейәндәре Динислам менән Арыҫлан да хужалыҡта - төп ярҙамсы.

Яңауыл ауылында Руслан Әлимғузиндың крәҫтиән-фермер хужалығында урып-йыйыу эше ваҡытында тамамланған. Хужалыҡта бөтәһе 800 гектар һөрөнтө ер. 200 гектарынан - бойҙай, 180 гектарҙан - көнбағыш, 150 гектарҙан - рапс менән гәрсис, ҡалған ерҙән арыш менән тритикале сабып, йыйып алынған.
Был - төбәктә яҡшы үҫеш юлында булған хужалыҡтарҙың береһе. Атаһы, Салауат Ишбулат улы, 2010 йылда 170 гектар ер алып, фермерлыҡҡа тотонған. Водитель, электрик һөнәрле Руслан улы Себер тарафтарынан ауылына эшкә ҡайтып - үҫемлекселек юлын, ә төпсөгө Айрат малсылыҡ йүнәлешен һайлай. Эшен дауам итерҙәй улдары булғас, Салауат ағай улдарынан ҡәнәғәт, кәңәштәрен биреп йөрөй. Ейәндәре Динислам менән Арыҫлан да хужалыҡта - төп ярҙамсы.
“ Урып-йыйыу эштәрен бер ниндәй ауырлыҡһыҙ, ойошҡанлыҡ менән үткәрҙек, техника ватылып, эш тотҡарланған осраҡ булманы,” - ти Руслан.
Фермер барыһын да алдан хәстәрләргә өйрәнгән. Киләсәктә көнбағыш майҙанын арттырырға маҡсаты, һаҡлау өсөн келәт бар. Быйыл майы юғары сығышлы гибрид орлоҡтарын ғына сәскәндәр, гектар ҡеүәте буйынса күрһәткес тә юғары булған - 28 центнер (бөртөклөләрҙең гектар ҡеүәте - 20 центнер). Көнбағышты Маяҡ май һыҡтырыу комбинатына тапшыралар, килешеү төҙөгәндәр.
Хужалыҡта 5 кеше эшләй, ҡыҙыу осорҙа иһә улар һаны бермә-бер арта. Механизаторҙар Кәрим Һатыбалдин, Руслан Бикмырҙин, Ривал Мәһәҙиев, Вил Йәрмөхәмәтов, Радик менән Илшат Шаһмановтар тырышлығы менән урып-йыйыу ваҡытында тамамланған. Хеҙмәтсәндәр эш хаҡы ла ала, ихатаһында мал аҫраусыларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, бесән-һалам менән тәьмин ителә.
Техника паркы ла ярайһы яҡшы ғына, яңылары ла күп. Элиталы орлоҡто алдан хәстәрләгәндәр, уны йыл һайын яңыртып торалар.
Атайҙары башлаған эште дауам итеүселәрҙе ишетһәм, күңелдәрҙә рәхәтлек тойғоһо биләй. Быуындар бәйләнеше ошолай ныҡлы булғанда, әлбиттә, тормош мәғәнәһе лә, ынтылыр өсөн маҡсат та бар.
Читайте нас: