ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Ноябрь 2019, 19:33

Ауыл һәм ҡала берләшкәндә байрамдар ҙа сағыуыраҡ

Рәсәйҙә ун дүртенсе тапҡыр билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң үҙ йолалары төҫмөрләнә башланы. Мәләүез ҡалаһына килгәндә, беҙгә был яңы дәүләт байрамының мәғәнәһен эҙләү ҙә кәрәкмәне, тип уйлайым.

Рәсәйҙә ун дүртенсе тапҡыр билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң үҙ йолалары төҫмөрләнә башланы. Мәләүез ҡалаһына килгәндә, беҙгә был яңы дәүләт байрамының мәғәнәһен эҙләү ҙә кәрәкмәне, тип уйлайым. Ҡала барлыҡҡа килгәндән алып ауыл хеҙмәтсәндәре һәм улар етештергән продукцияны ҡулланыусылар, эшкәртеүселәр бер юҫыҡта, уртаҡ маҡсатта берҙәм эшләй. Шуға күрә байрамдарҙа ла бергәбеҙ, берҙәмбеҙ.

Уҙған шәмбелә Үҙәк баҙар майҙанында фермерҙар Таһир Ханнанов, Магомед Османов үҙҙәренең хужалыҡтарында етештергән бойҙай, арпа, кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр, һуған менән йәрминкә хаҡтары буйынса һатыу итте. Умартасылар үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ-түлек запасы туплау менән бер рәттән һәүәҫкәр артистар әҙерләгән байрам концертын ҡарап, кәйефен күтәрҙе. Тантаналы митингыла республиканың 100-йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары, район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнеүселәр, "Берҙәм Рәсәй" партияһы сафына алыныусылар ҙа булды. Дәүләт символикалары менән байрамға килгән йәштәрҙең күп булыуы ла берҙәмлектә көс, татыулыҡта - киләсәк икәнлегенә тағы бер баҫым яһаны.
Читайте нас: