Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Декабрь 2019, 19:14

Ауыл хужалығы ни хәлдә?

Шәмбелә БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов эш сәфәре менән Мәләүездә булды, сәнәғәт, ауыл хужалығы предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Ринат Бикбулатов оҙатыуында ҡошсолоҡ комплексының тиҙәк һаҡлағысын (пометохранилище) ҡараны. Уның тирә-яҡҡа зыяны булыу-булмауы, ашлама булараҡ хужалыҡтарҙың яландарҙа ҡулланылыуы тураһында һораны. 2019 йылда район хужалыҡтары 84740 тонна тиреҫ сығарған. “Старт” крәҫтиән хужалығы ғына 34909 тонна ашлама индергән. Тик тиҙәк һаҡлағысы өйөмөнөң майҙаны әле лә бик ҙур, ул тирә-яҡҡа насар еҫ сығарып янып ята.

Шәмбелә БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов эш сәфәре менән Мәләүездә булды, сәнәғәт, ауыл хужалығы предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Ринат Бикбулатов оҙатыуында ҡошсолоҡ комплексының тиҙәк һаҡлағысын (пометохранилище) ҡараны. Уның тирә-яҡҡа зыяны булыу-булмауы, ашлама булараҡ хужалыҡтарҙың яландарҙа ҡулланылыуы тураһында һораны. 2019 йылда район хужалыҡтары 84740 тонна тиреҫ сығарған. “Старт” крәҫтиән хужалығы ғына 34909 тонна ашлама индергән. Тик тиҙәк һаҡлағысы өйөмөнөң майҙаны әле лә бик ҙур, ул тирә-яҡҡа насар еҫ сығарып янып ята.
Артабан министр Мәләүез шәкәр заводының эше менән танышты. Быйыл унда 350 мең тонна сеймал тапшырылған, ул былтырғы күрһәткескә ҡарағанда 15 процентҡа күберәк. Предприятие директоры Сергей Килин әйтеүенсә, быйыл шәкәрҙең хаҡы былтырғыға ҡарағанда 42 процентҡа төшкән, тоннаһы 21500 һум менән һатыла.
Ит комбинатында булғанда эш процесы һәм предприятиеның артабанғы үҫеш планын ҡараны. Завод етәкселеге матди-техник базаны яңыртыласағы, етештерелгән продукция ассортиментын киңәйтәсәге, эш урындары арттырыласағы тураһында белдерҙе.
Артабан етәкселек “Минераль ашламалар заводы” эше менән танышты.
Читайте нас: