ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
3 Декабрь 2019, 13:04

Илдус Хәлитов: “Нимә эшләй беләбеҙ - шуның менән шөғөлләнәсәкбеҙ”

Баҫыу эштәре тамамланғас, Корнеевка мәҙәниәт йортонда “Ашҡаҙар” хужалығы үҙ хеҙмәтсәндәре өсөн байрам ойошторҙо. Унда район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ринат Бикбулатов сығыш яһаны, хужалыҡты маҡтап, заман менән бергә атлау уңыш нигеҙе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Ашҡаҙар” кооперативы быйыл да рекордлы уңыш йыйыуға өлгәште. Был - көҙгө еңел булмаған шарттарҙа, водитель-механизаторҙарҙың үҙ бурысына яуаплы ҡарауы, оператив эш итеү һөҙөмтәһе. Уңыш йыйыу осоронда яландарҙа 18 комбайн эшләгән, яңы ике комбайн һатып алыу ҙа уңышты тиҙ йыйыуға булышлыҡ иткән. Бер көндә 900 гектар майҙандан уңыш йыйып алыуға өлгәшкәндәр. “Акрос” комбайнында механизатор Сергей Головин республика буйынса абсолют еңеүсе исеменә лайыҡ булған.

Баҫыу эштәре тамамланғас, Корнеевка мәҙәниәт йортонда “Ашҡаҙар” хужалығы үҙ хеҙмәтсәндәре өсөн байрам ойошторҙо. Унда район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ринат Бикбулатов сығыш яһаны, хужалыҡты маҡтап, заман менән бергә атлау уңыш нигеҙе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Ашҡаҙар” кооперативы быйыл да рекордлы уңыш йыйыуға өлгәште. Был - көҙгө еңел булмаған шарттарҙа, водитель-механизаторҙарҙың үҙ бурысына яуаплы ҡарауы, оператив эш итеү һөҙөмтәһе.
Уңыш йыйыу осоронда яландарҙа 18 комбайн эшләгән, яңы ике комбайн һатып алыу ҙа уңышты тиҙ йыйыуға булышлыҡ иткән. Бер көндә 900 гектар майҙандан уңыш йыйып алыуға өлгәшкәндәр. “Акрос” комбайнында механизатор Сергей Головин республика буйынса абсолют еңеүсе исеменә лайыҡ булған. Ялан батыры биш йылда 50 мең центнерҙан ашыу иген һәм көнбағыш йыйып алған. республика етәкселеге уға ҙур бүләк - “Шевроле-Нива” машинаһы бүләк иткән. “Сергей Петрович - герой исеменә, орденға лайыҡ хеҙмәткәр”, - ти уның тураһында Илдус Тимерхан улы. Шулай уҡ Айнур Хәсәнов, Артур Абдуллин, Сергей Лактионов, “КамАЗ” водителдәре Владимир Костин, Олег Долженков, Мөнир Зөбәйеров, Тимерхан Ҡайғолов, Вәкил Богданов, Владимир Гусятников та тик яҡшы күрһәткескә өлгәшкән. Ырҙын табағында эшләгән Фәнил Рафиҡов, Павел Пауков, шулай уҡ Ришат Басировты ла етәкселек яҡшы яҡтан телгә алды.
“Ашҡаҙар” хужалығы көнбағыш сәсеүлеге майҙанын икенсе йыл кәметергә уйлай, сөнки эшкәртеүсе предприятиелар уны бик түбән хаҡ менән ҡабул итә. “Бойҙай, арпа беҙҙә уңа, шуға ла киләһе йылда ошо иген культураларын күберәк сәсергә ниәтләйбеҙ, донъя баҙарында ла һорау менән файҙалана”, - тине Илдус Тимерхан улы үҙ сығышында.
Иген культураларының гектар ҡеүәте - 28 центнер. Был һан юғарыраҡ та булыр ине, Даниловка, Нордовка майҙанында ужымдың туңыуы, яҙғы миҙгелдә ҡороуы был күрһәткескә йоғонто яһаған.
Уңышһыҙлыҡтар ҙа бар, әлбиттә. Бер һиптергес боҙолғанлыҡтан, сәсеү осоронда бөтөнләй файҙаланылмаған. Хәҙер ҡыш мәлендә өсөһөнә лә капиталь ремонт талап ителә.
Икенсе йыл рәттән юғары сифатлы мал аҙығы әҙерләүгә өлгәшкәндәр. Урғыс техникала кукурузды онтап ҡушыу мал аҙығының туҡлыҡлылығын арттырған. Быйыл күләме лә байтаҡ: сенаж - 6200, силос - 14324 тонна, бесән, һалам - 1173 тоннанан ашыу.
Инвестиция проекты буйынса Нордовкала 1200 баш һыйырға заманса һөт комплексы төҙөлә, һауыу залы, һыйыр аҙбары әҙер. Хужалыҡта мал һаны ла быйыл 709 башҡа артҡан: бөгөн унда 3628 баш һыйыр иҫәпләнә. Йыл аҙағына бер һыйырҙан тәүлек һауымды 9 мең килограмға еткерергә ниәтләй. Малсылыҡта өлгәшкән уңыштар - Илнур Хәлитовтың бирелеп эшләү һөҙөмтәһе.
Илдус Тимерхан улы намыҫлы эшләгән хеҙмәтсәндәрен Маҡтау грамотаһы һәм байрам менән ҡотлап, ял йорттарына юлламалар бүләк итте.
Корнеевка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Татьяна Михайлова юлға асфальт йәйеүгә 2,5 миллион һум аҡса бүлгән өсөн ауыл халҡы исеменән кооператив етәкселегенә ҙур рәхмәт һүҙен еткерҙе. Сара бай йөкмәткеле концерт менән үрелеп барҙы.
Читайте нас: