ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Ғинуар 2020, 19:15

Эшһөйәрҙәр менән ауыл йәмле

Һәр ауыл үҙенең эш һөйәр ғаиләләре менән йәмле Смаҡ ауылында йәшәгән Розалия менән Әхәт Ибраһимовтарҙың тормошо күптәргә өлгө булырлыҡ. Йәш егет ауыл хужалығы техникумында уҡыған осорҙа Бәләбәй һылыуы Розалияға күҙе төшә. Тормош ҡороп, тәүфиҡлы ике ул, бер ҡыҙ үҫтергәндәр. Улар ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береһен ихтирамлап, хәстәрләп оҙаҡ йылдар татыу ғүмер итәләр.

Һәр ауыл үҙенең эш һөйәр ғаиләләре менән йәмле
Смаҡ ауылында йәшәгән Розалия менән Әхәт Ибраһимовтарҙың тормошо күптәргә өлгө булырлыҡ. Йәш егет ауыл хужалығы техникумында уҡыған осорҙа Бәләбәй һылыуы Розалияға күҙе төшә. Тормош ҡороп, тәүфиҡлы ике ул, бер ҡыҙ үҫтергәндәр. Улар ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береһен ихтирамлап, хәстәрләп оҙаҡ йылдар татыу ғүмер итәләр.
“Ауылдарҙа йәшәргә ынтылғандарға, эш урыны булдырғанға, халыҡтың фермерҙарға мөнәсәбәте үҙгәрҙе”, - ти ғаилә башлығы. Йылдар буйы асы тир түгеп эшләгәндәрҙе күрә белә смаҡтар. Төрлө байрамдарҙа, мәҙәни сараларҙа бағымсы булараҡ та ярҙам күрһәтә ул яҡташтарына.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр халыҡта. Уҡыған осорҙа һыҙма эшенә бар күңелен һалған Әхәт ағай. Шрифт менән матур итеп яҙған егеттән студенттар диплом эштәрен дә яҙҙырып алған. Әйткәндәй, уның диплом эше буйынса Смаҡта машиналар ихатаһы төҙөлгән. Уның тураһында фермер бик ҡыҙыҡ итеп һөйләй. “Мин һиңә юҡҡа стипендия түләмәнем”, - ти ҙә колхоз етәксеһе Миңлеәхмәт Йомағолов студенттың диплом проектын ғәмәлдән сығара, темалар исемлегенән яңыһын, ерлеккә бәйлеһен үҙе һайлап ала, ҡабаттан яҙҙырта. “Шул осорҙа ҡулға һуҡмағаны, йәш кешегә дәрт, маҡсатҡа ынтылыш биргәне өсөн уға әле һаман рәхмәтлемен”, - ти Әхәи Ибраһимов.
Етмеште үткән ағайҙың йәштәргә бирер кәңәше күп. “Бер көндөң уңышынан ҡәнәғәт булырға, танау сөйөргә ярамай”, - тип әйтергә ярата ул.
“Техниканы яҡшы белергә кәрәк”
Райондың тәжрибәле фермеры Әхәт Зиннәт улы шулай тип иҫәпләй һәм улдарын да шуға өйрәткән. Рөстәм, Фәнис улдары ла, йәш саҡтан машина ватылһа, уны тулыһынса һүтеп, таҙарта, яңынан йыя, боҙолған запас частарҙы алмаштыра, ремонтлай.
“Двигателде - техниканың йөрәге, тип йөрөтәләр. Ниндәй генә яңы комбайнды алма, әгәр программаһы боҙола ҡалһа, уны йүнәтеү ҡиммәткә төшә. Яңылыҡҡа ынтылыу - яҡшы, тик ундай сығымдар менән түгел. Автоматҡа ҡарағанда, минең ҡарамаҡҡа, механик транспорт яҡшыраҡ”, - тип иҫәпләй фермер. Әйткәндәй, ҡышын егеттәр үҙ ҡулдары менән махсус һиптереү агрегаты йыйыуға тотонған.
Традицион культураларға ни етә?
Ибраһимовтарҙың фермер хужалығында һоло, көнбағыш, ҡарабойҙай кеүек культуралар үҫтереүгә өҫтөнлөк бирелә. Етен, рапс күп сығым талапитә. Уға кәрәкле ашламаның тәбиғәткә лә зыяны бар, икенсенән, техниканы ла тиҙ сафтан сығара, тип иҫәпләй етәксе.
Фермер эше титаник хеҙмәт талап итә. Шуға ҡарамаҫтан, киләсәккә яҡшы уй-хыялдар ҡороп йәшәй Ибраһимовтар.
Читайте нас: