Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
20 Ғинуар 2020, 17:57

Үҙебеҙҙә етештерелгән, тимәк, яҡшы

Ҡаҙылыҡ тип әйтеү менән, уны тәмләп ҡарағы килә. Был милли ризыҡтан бер кем дә баш тартмай, тип уйлайым.Райондағы бар хужалыҡтарҙа барлығы 2 мең 700 баш йылҡы малы иҫәпләнә. Һарыш ауылында йәшәгән Таһир, Гөлсинә Ханнановтар ҙа ун биш йылдан ашыу йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә.Улар етештергән ҡаҙылыҡты халыҡ баҙарҙа ла һатып ала, өйҙән дә алып китәләр. Байрам саралары алдынан бигерәк тә һорау менән файҙалана. Хатта Швейцарияға, Мәскәү, Себер яҡтарына күстәнәскә махсус алып китәләр. Үҙҙәренең клиенттары бар. Хужабикә ҡаҙылыҡ яһау буйынса кәңәштәре менән уртаҡлашты:

Ҡаҙылыҡ тип әйтеү менән, уны тәмләп ҡарағы килә. Был милли ризыҡтан бер кем дә баш тартмай, тип уйлайым.
Райондағы бар хужалыҡтарҙа барлығы 2 мең 700 баш йылҡы малы иҫәпләнә. Һарыш ауылында йәшәгән Таһир, Гөлсинә Ханнановтар ҙа ун биш йылдан ашыу йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә.
Улар етештергән ҡаҙылыҡты халыҡ баҙарҙа ла һатып ала, өйҙән дә алып китәләр. Байрам саралары алдынан бигерәк тә һорау менән файҙалана. Хатта Швейцарияға, Мәскәү, Себер яҡтарына күстәнәскә махсус алып китәләр. Үҙҙәренең клиенттары бар. Хужабикә ҡаҙылыҡ яһау буйынса кәңәштәре менән уртаҡлашты:
  • Йәш ярымлыҡ, ике йәшлек тайҙың ҡаҙылыҡ итен ҡулланабыҙ. Уның ҡатламындағы нәҙек кенә ярыһын алмаһаң, ит ҡатыраҡ була. Ҡаҙылыҡ өсөн буйы менән турайбыҙ. Билдәмәнең итен генә ҡушабыҙ. Ҡабырға итен дә ҡушып ебәрерһәң дә ярай. Тоҙ, борос, һарымһаҡ һалып, кистән болғатып ҡуябыҙ. Аттың эсәген яҡшылап йыуабыҙ, эсәк өҙөлмәһен өсөн тоҙ ҡулланырға ярамай. Еҫен бөтөрөгә бер-ике ҡалаҡ аш һеркәһе өҫтәп, биҙрәлә сайҡатабыҙ. Тураған итте майы менән аралаштырып тығыҙ итеп тултырғас, баштарын ныҡлап бәйләргә кәрәк. Ғаиләбеҙ менән эшләйбеҙ. Баҙарҙа ҡаҙы менән һатыу иткән алыпһатарҙар ҙа беҙҙән һатып ала. “Үҙең медицина өлкәһендә эшләгәс, таҙа итеп йыуғаныңа ышанабыҙ, һеҙҙән рәхәтләнеп алып ашайбыҙ”, - тиҙәр.
  • Ҡаҙылыҡ ҡайнап сыҡҡас та, утты яйлатырға, энә менән бер-нисә урындан тишеп сығырға кәрәк. Сәғәт ярым, ике сәғәт бешә. Һөҙөклө һурпаһында борсаҡ бутҡаһы бик тәмле сыға.
    Халҡыбыҙ элек-электән ит ризыҡтары яратҡан. Һуңғы ваҡытта сәләмәт туҡланыуға өҫтөнлөк бирәбеҙ, шуға ла күпселек халыҡ үҙебеҙҙә етештерелгәндәрен һайлай.
    Читайте нас: