Конгэк
+16 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Ғинуар 2020, 17:50
Һыйырҙарҙа ниндәй ауырыу йыш осрай?
Ҡышын малдарҙа ашҡаҙан сире йыш осрай. Ни өсөн тигәндә, бесән күгәргән, насар һаҡланған, һыуланған, туңған булырға мөмкин.Мастит ауырыуы - һыйырҙарҙа иң йыш осрағаны.
- Һыйырҙарҙа ниндәй ауырыу йыш осрай?
Тәслимә МӘХМҮТОВА.
Руслан БАСИРОВ,
Мәләүез район һәм ҡала ветеринария станцияһы ветврачы яуап бирә:
Ҡышын малдарҙа ашҡаҙан сире йыш осрай. Ни өсөн тигәндә, бесән күгәргән, насар һаҡланған, һыуланған, туңған булырға мөмкин.
Мастит ауырыуы - һыйырҙарҙа иң йыш осрағаны. Быҙаулағас та, ике-өс көн дауамында уны һыйырҙан айырмаҫҡа, һөтөн ваҡытында һәм аҙағынаса һауып бөтөрөргә кәрәк. Еленде бушатмаһаң, инфекция арҡаһында һөт эренгә әйләнә.
Мастит ауырыуының еңелсә үтә торғаны ла, ауыр формаһы ла бар. Еңелсә уҙғанда һыйырҙың температураһы күтәрелмәҫкә лә мөмкин. Нисек кенә булмаһын, шунда уҡ врачҡа мөрәжәғәт итеү мотлаҡ, сөнки еленгә бик иғтибарлы булырға кәрәк. Дарыуҙы үҙ белдегең менән ҡулланырға ярамай. Дауалауҙың үҙ яйы, тәртибе бар. Дөрөҫ дауаламағанда, һыйыр һауалырға, хатта еленһеҙ ҡалырға мөмкин.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты