ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Февраль 2020, 18:49

Тармаҡ үҫешенә ҙур иғтибар бирелә

"Ашҡаҙар" малсылыҡ комплексы нигеҙендә зона семинары үтте.

"Ашҡаҙар" малсылыҡ комплексы нигеҙендә зона семинары үтте. Кәңәшмәлә Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Байтуллин, дәүләт ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин ҡатнашты.
Рөстәм Наил улы килгән ҡунаҡтарҙы районда малсылыҡ тармағын үҫтереү, сифатлы ауыл хужалығы продукцияһын етештереү маҡсатында ҡулланылған алдынғы технологиялар, заманса техника мөһимлегенә туҡталды.
Ғөмүмән, сығыш яһаусылар көнүҙәк һорауҙарҙы күтәрҙе. Семинарҙың ғәмәли өлөшө Даниловка, Нордовка ауылдарында малсылыҡ фермаларында үтте. Ҡунаҡтар Даниловка ауылындағы ҡатнаш аҙыҡ етештереү цехы эшен күҙәтте, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды. Артабан "Нордовка" һыйыр малы комплексында "Ашҡаҙар" йәмғиәте директор урынбаҫары Илнур Хәлитов семинарҙа ҡатнашыусылар менән эш тәжрибәһе һәм киләсәккә пландар менән таныштырҙы.
Гөлназ Дилмөхәмәтова.
Автор фотолары.
Читайте нас: