Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Март 2020, 17:19

"Урал" ҡошсолоҡ комплексы тәүге продукцияһын ҡулланыусыларға оҙатты

Уҙып барған аҙнала “Урал” ҡошсолоҡ комплексы сираттағы этабына күсте - предприятиела күркә ите етештерә башланылар.

Уҙып барған аҙнала “Урал” ҡошсолоҡ комплексы сираттағы этабына күсте - предприятиела күркә ите етештерә башланылар.
- Дүшәмбе көн һынау режимында 600 баш күркә һуйылды, ҡоштарҙың өлгөргәнлеге тикшерелде, ҡоролмаларҙың көйлөлөгө ҡаралды - ти Мәләүез ветеринар станцияһы начальнигы урынбаҫары Евгения Тарасова. - Әле көн һайын күркә итен етештереү дауам итә, тәүлегенә ике-ике мең ярым ҡош һуйыла. Процесс тулыһынса беҙҙең станцияның ике ветеринар врачы күҙәтеүе аҫтында үтә. 4 мартта тәүге партия продукция ҡулланыусыһына оҙатылды ла инде.
Шулай уҡ уҙған аҙнала предприятиеға Франциянан 84 600 дана сираттағы партия йомортҡалар ҡайтартылды.
Читайте нас: