Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Март 2020, 14:55

Сәсеү эшенә техника әҙер

Мәләүез районы буйынса дәүләт техника күҙәтеү инспекцияһы ауыл хужалығы тармағындағы тракторҙар, үҙйөрөшлө машиналар, тағылмаларҙы тикшерә.Салауат исемендәге кооперативтың машина паркында йөҙҙән ашыу техника бар, шуның 30 проценты - яңы, 20-25 проценты иҫкергән. Хужалыҡтың баш инженеры вазифаһын башҡарған Рәмис Иманғолов әйтеүенсә, электроника менән йыһазландырылған заманса техниканы - махсус белгестәр, башҡаһын тулыһынса механизаторҙар үҙҙәре ремонтлаған, буяған. Рәмис Миҙхәт улы үҙе лә оҫта: кондициялау системаһын үҙе йүнәткән.

Мәләүез районы буйынса дәүләт техника күҙәтеү инспекцияһы ауыл хужалығы тармағындағы тракторҙар, үҙйөрөшлө машиналар, тағылмаларҙы тикшерә.
Салауат исемендәге кооперативтың машина паркында йөҙҙән ашыу техника бар, шуның 30 проценты - яңы, 20-25 проценты иҫкергән. Хужалыҡтың баш инженеры вазифаһын башҡарған Рәмис Иманғолов әйтеүенсә, электроника менән йыһазландырылған заманса техниканы - махсус белгестәр, башҡаһын тулыһынса механизаторҙар үҙҙәре ремонтлаған, буяған. Рәмис Миҙхәт улы үҙе лә оҫта: кондициялау системаһын үҙе йүнәткән. Бөгөнгә ҡарата агросәнәғәт комплексында 419 трактор, 33 юл -төҙөлөшө машинаһы һәм уларға 129 тағылма иҫәпләнә.
Район-ҡала дәүләт техник күҙәтеүе секторының баш белгесе Илгизәр Кинйәбаев машина менән идара итеүселәрҙең теркәү документтарын, быға тиклем үткән техник тикшереү һәм идара итеү хоҡуғына билдәләнгән рөхсәт танытмаларын тикшерҙе. Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм уларға тағылмаларҙың руль механизмдарына, тормоз системаһына, тышҡы яҡтылыҡ сигнализацияһы приборҙарына, двигателдең ашығыс туҡталыш яйланмалары төҙөклөгөнә, яғыулыҡ системаһы герметиклығына иғтибар бирелде. Шулай уҡ заманса приборҙар менән руль люфты тикшерелде. Бар техника кеше һаулығына, экология йәһәтенән хәүефһеҙ тип табылды. Белгестәр хужалыҡтағы яҙғы сәсеү эшенә техника әҙерлеген 99 процентҡа баһаланы.
Сарала район ауыл хужалығы бүлегенең баш инженеры Динис Иҫәкәев һәм хеҙмәт һаҡлығы белгесе Руслан Хисамов, Салауат исемендәге хужалыҡ етәкселеге ҡатнашты. Улар тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен яңылыҡтар, план-маҡсаттар менән таныштырҙы.
Читайте нас: