Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Май 2020, 22:25

“Урал” ҡошсолоҡ комплексында эшселәр һаны биш тапҡырға артҡан

"Ауылда эш күп" республика акцияһына тәүгеләрҙән булып Мәләүездең «Урал” ҡошсолоҡ комплексы ла ҡушылды.

Бөгөн республиканың агросәнәғәт комплексында хеҙмәтсәндәргә ҡытлыҡ күҙәтелә, 1,5 мең вакантлы эш урындары бар. Шунлыҡтан төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы “Ауылда эш күп” акцияһын иғлан итте. “Республикала йәшәүселәргә ауыл ерендә эш күплеген белдерергә теләйбеҙ”, - тиҙәр ведомствоның матбуғат хеҙмәте белгестәре. Акция сиктәрендә агросәнәғәт предприятиелары үҙҙәрендә булған вакантлы эш урындары тураһында һөйләй, эш шарттары менән таныштыра.
Республика акцияһына тәүгеләрҙән булып «Урал” ҡошсолоҡ комплексы ла ҡушылды. Предприятие һуйыу, ҡатнаш аҙыҡ әҙерләү цехтарына, ремонт хеҙмәтенә белгестәр талап ителеүе хаҡында белдерҙе. Комплекс вәкилдәре Рф-ның Хеҙмәт кодексы талаптарына ярашлы эшкә урынлаштырыу, эш хаҡын ваҡытында түләү, махсус кейем менән тәъмин итеү, эш урынына алып барыу/ҡайтарыуҙы ойоштороу һәм тулы социаль пакет вәғәҙә итә.
Шуныһын билдәләп китер кәрәк, предприятие йыл башынан эшселәр һанын биш тапҡырға арттырған. Ғинуар башында бында 165 белгес иҫәпләнһә, 6 майға был күрһәткес 816-ға еткән. Йыл аҙағына тиклем хеҙмәтсәндәр һанын 1100-гә еткерергә күҙаллайҙар.
Мәләүездәге күркә үҫтереү комплексы уҙған йылдың октябрендә эшен тергеҙгәйне. Шул ваҡытта тәүге инкубацион йомортҡалар ҡайтартылды, ноябрь аҙағында беренсе партия себештәр сыҡты. Быйылғы мартта иһә һуйыу цехы эш башланы. Район хакимиәте ауыл хужалығы бүлегенең зоотехния хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, май башына комплекста 770 мең 950 баш күркә иҫәпләнә, тере ауырлығында 63 мең 906 центнер ит етештерелгән, 41 мең 877 центнер тауар ҡулланыусыһына оҙатылған.
Фото предприятие архивынан.
Читайте нас: