Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Май 2020, 02:38

Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты

Майҙа ялан, баҡса эштәренең иң ҡыҙыу мәле. Йәшелсә ултыртыу, бөртөклө культураларҙы сәсеү, уларҙы төрлө ҡоротҡостарҙан, ҡый үләндәренән, ҡырауҙан һаҡлау кеүек хәстәрлектәр етерлек.Һүҙ ҡыяр хаҡында - һылтанма буйынса инеп уҡығыҙ.

Ҡыяр орлоҡтарын ҡасан сәсеү дөрөҫ булыуын билдәләү өсөн үҫентеләрҙе теплицаға күсереп ултыртыу ваҡытын күҙаллағыҙ. Үҫенте 15-20 көнлөк булырға тейеш. Ҡырауҙар ҡурҡынысы тулыһынса үтеүен көтөргә теләһәгеҙ, май аҙағында сәсеп, 15 июндә асыҡ һауаға күсереп ултыртығыҙ.
Иң тәүҙә орлоҡтарҙы зарарһыҙландырыу сараһы үткәреү мотлаҡ. Иң һөҙөмтәле алым – калий перманганаты (марганцовка) иретмәһе. Бер литр һыуға 10 грамм марганцовка һалырға (ҡуйы шәмәхә төҫөндө булырға тейеш), унда орлоҡтарҙы 15-20 минут тотоп, һыу менән сайырға. Артабан 200 мл һыуға ике-өс тамсы “Гуми” кеүек биопрепарат өҫтәп, орлоҡтарығыҙҙы ошо ҡатнашмала бер нисә сәғәт тотоп алһағыҙ ҙа шәп була. Был сара орлоҡтарҙы биологик әүҙем матдәләр менән байыта, көс бирә, сөнки шытым сығарыу, орлоҡтоң тышын ярыу, яҡтыға килеп сығыу өсөн бик күп энергия талап ителә.
Орлоҡто сәсер алдынан тупраҡ ҡатнашмаһы әҙерләү шарт, уны һатып алырға йәки үҙ аллы әҙерләргә мөмкин. Тупраҡты йәшелсә баҡсаһынан алмағыҙ, унда сир таратыусы микроорганизмдар һәм әлегә йоҡлап ятҡан ҡоротҡостар күп. Ҡыяр үҫентеһе өсөн еңел тупраҡ (яҡынса 50%), йылға ҡомо (10-15%), торф (20-30%) һәм таҙа ағас онтағы (10-15%) алына. Уларҙы яҡшы итеп бутарға кәрәк.
Бүрткән орлоҡто сәскәс, йылы һыу ҡойорға һәм шытымдар сыҡҡансы, 22-25°С температура режимын һаҡлау мотлаҡ. Әгәр температура 16°С-тан түбән булһа, орлоҡтоң сыҡмауы, сереүе ихтимал. Шытымдар күренгәс, температураны 19-21°С арауығында тоторға кәңәш ителә.
Читайте нас: