ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Июнь 2020, 17:45

Уттай ҡыҙыу эш өҫтө

Ошо көндәрҙә Тирәклелә урынлашҡан “Ғирфатов” фермер хужалығы менән яҡындан танышырға теләп, шул яҡҡа юлландыҡ. Илдар Вәкил улы беҙгә яландаэш барышы менән таныштырҙы.

Хужалыҡтарҙа мал аҙығы әҙерләү буйынса эш ҡайнай
Ошо көндәрҙә Тирәклелә урынлашҡан “Ғирфатов” фермер хужалығы менән яҡындан танышырға теләп, шул яҡҡа юлландыҡ. Илдар Вәкил улы беҙгә яланда эш барышы менән таныштырҙы. “Ужым культураһы өсөн ҙур майҙан бүлдек: арыш - 226, бойҙай 105 гектарҙы биләй. Көнбағыштың “Пионер”, “Рубцовский” сортлыһына өҫтөнлөк бирәбеҙ. Әле эштең күп осоро, механизаторҙар химик утау, тыртматыу менән дә мәшғүлдәр”, - матур булып күтәрелеп килгән баҫыуҙар ситенән еләбеҙ. Эшҡыуар яҙҙан техника паркын да яңыртҡан, кредитҡа сәскес, “Т -150” тракторы алған.
Йылдың-йылы матур иген ҡырҙары, малсылыҡ өлкәһендә абруй ҡаҙанған хужалыҡтың баҫыуҙарына тел-теш тейҙерерлек түгел. Арыраҡ күп йыллыҡ үлән сабып, әйләндереп йөрөгән Рәфис Нәзиров, Сергей Кутузов эргәһенә туҡталабыҙ. “Үләндең сәскәгә бөрөләнгән, туҡлыҡлы матдәләргә бай осоронда урабыҙ”, - бер нисә минут ялға туҡтаған механизатор хуш еҫле үләнде еҫкәп.
Илдар Вәкил улы малсылыҡ йүнәлешендә лә эшләй. Баҫыуҙарҙы урап ҡайтышлай ферма яғына туҡталдыҡ. Ул һыйыр малының ит йүнәлешле лимузин, сементал, абердин-ангусс, аҡ башлы ҡаҙаҡ тоҡомло мал үрсетә, һуңғы осор һуңғы икәүһенә өҫтөнлөк бирә. Мал әле көтөүҙә йөрөй. Грантҡа алынған аҡсаға бер нисә йыл элек мең ярым метр майҙанлы ангар төҙөткән.
Эйе, ер эше, мал бағыу ялҡаулыҡты үҙһенмәй. Бындай эшкә егәрлеләр, булдыҡлылар ғына тотона шул.
Читайте нас: