ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Июнь 2020, 01:50

Эшләһәң - эш ҡарышмай

23 миллион һумлыҡ проекттың күп өлөшө федераль грант иҫәбенә ҡапланасаҡ.

Халыҡты ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеүҙә фермерҙарҙың өлөшө ҙур. Уларҙың тауары сифатлы һәм экология яҡтан таҙа булыуы менән ҡиммәт.
Беҙҙең районда баштан уҡ игенселек, малсылыҡ тармағы буйынса фермерлыҡ киң үҫеш алды. Хәҙер дәүләт ярҙамы менән заман талаптарына яуап биргән хужалыҡтарҙа эште тағы ла һөҙөмтәлерәк ойоштороу мөмкинлеге бар.
Ғүмәр Иҫәнов хужалығында һөтсөлөк фермаһы федераль грант иҫәбенә үҙгәртеп ҡорола. Яңыртылғанында
һауыу залын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу, йәш мал өсөн бөтә шарттар булдырыу планлаштырыла. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов та эш барышы менән танышҡас, ҙур ҡәнәғәтлек белдерҙе һәм күрелгән саралар мал һанын арттырыу, етештереү күләмен һәм сифат кимәлен күтәреү маҡсатында башҡарылыуына баҫым яһаны. Үҙ сәхифәһендә эшлекле, булдыҡлы эшҡыуар яҡташтары менән ғорурланыуын да билдәләне ул.
Читайте нас: