ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Июль 2020, 17:55

Орденға лайыҡ механизатор

Ғүмер буйы тыуған ерен һөйөп, тыуған ауылым тип йән атып, янып-көйөп, шул ерҙә намыҫлы хеҙмәт иткән кешеләр - тормошобоҙ биҙәге. Хеҙмәт юлын иген игеү кеүек маҡтаулы хеҙмәткә бағышлаған, тамған тире, тырыш хеҙмәте үҙенә рәхмәт, хөрмәт булып ҡайтҡан геройҙарыбыҙҙың береһе - Даниловка ауылында йәшәүсе “Ашҡаҙар” хужалығының алдынғы механизаторы Сергей Головин.

Олатаһы Сергей Головин да, (әйткәндәй уның исемен хәтерҙә һаҡланһын өсөн ейәнен дә шулай нарыҡлағандар), атаһы Петр Сергеевич та механизатор. Шуға ла геройыбыҙҙың йәштән техникаға бөтә йәне-тәне менән бирелгәнлегенә аптырарға түгел.
13 йәштән комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләгән егет, һөнәри училищела тракторсы-машинист һөнәренә уҡып сыға һәм шул осорҙан бирле тыуған яҡ баҫыу-ҡырҙарына тоғро.
Уның хеҙмәте төрлө дәүләт наградалары менән баһаланған, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеме бирелгән, былтырғы уңыш йыйыу һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан Хөкүмәте еңел автомобиль менән бүләкләй. Әйткәндәй, хаҡлы ялдағы атаһы Петр Сергеевич та - Хеҙмәт Даны, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденындары кавалеры, Мәләүез районының Почетлы гражданы. Аталы-уллы Головиндарҙың уртаҡ һүҙе күп: техника, яратҡан ейәне Артем, күгәрсен үрсетеү шөғөлө. Балалар үҙ ояһын ҡорған, ейәндәр буй еткергән. Хеҙмәт юлына бөгөнгө механизаторҙарға өлгө итеп ҡуйырлыҡ.
Читайте нас: