ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Август 2020, 13:50

Ер эше - ысын егеттәр өлөшө

Аҡыллы кеше менән һөйләшеүе - үҙе бәхет. Ошо көндәрҙә үҙенең ғүмер байрамын билдәләгән Аҡназар ауылы фермеры, тормошон малсылыҡ, үҫемлекселеккә арнаған Марат Баһауетдинов менән аралашырға тура килде. Беҙ ҙә һүҙҙе уратып-суратып тормай, эш тураһында әңгәмәләшә башланыҡ.Игенсе ерҙе эшкәртеп, ашлап, бойҙайҙы ер ҡуйынына һала, сүп үләненә, ҡоротҡостарға үрсергә ирек бирмәй, бар шарттар булдыра ла, ҡалғанын Хоҙай Тәғәлә ҡулына тапшыра. Марат Ғүмәр улы, быйыл тәбиғәт торошо сәсеүлектәргә нисек тәҫьир итте?Уңыш ниндәй?Майҙан алып бына ошо көндәргә тиклем бер тапҡыр ҙа ямғыр яуманы, тиерлек, ерҙәр ярылып бөттө. 100 гектар майҙандағы ужым арышын йыйып алдыҡ, уңыш ярарлыҡ. Ярауай культураларҙан һоло, арпа, бойҙай сәскәйнек, улары матур үҫкән, булғанына шөкөр. 100 гектар майҙанды көнбағыш биләй. 80 гектар бесәнлек бар. 40 гектарҙан 500 төргәктән артыҡ мал аҙығы әҙерләнәк.Марат ағай, һеҙ фермерлыҡ менән нисәнсе йыл шөғөлләнәһегеҙ? Ғөмүмән, үҙегеҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙсе?1984 йылда, бәхет эҙләп, Үзбәкстанға сығып киттем. Уран буровойында тәьминәтсе булып эшләнем. Тормош иптәшемде лә шунда таптым, Әминә Исхаҡ ҡыҙы менән Румил, Рауил улыбыҙҙы үҫтереп, тормош юлына баҫтырҙыҡ. Йылы яҡтарҙан ҡайтҡас, Ырымбурҙа ла ике йыл йәшәп алдыҡ, шунан һуң ғына тыуған ауылымда төпләндек. Ошо көндәрҙә бергә ғаилә усағын ҡорғанға 35 йыл тулыуын билдәләнек.

Аҡыллы кеше менән һөйләшеүе - үҙе бәхет. Ошо көндәрҙә үҙенең ғүмер байрамын билдәләгән Аҡназар ауылы фермеры, тормошон малсылыҡ, үҫемлекселеккә арнаған Марат Баһауетдинов менән аралашырға тура килде. Беҙ ҙә һүҙҙе уратып-суратып тормай, эш тураһында әңгәмәләшә башланыҡ.
  • Игенсе ерҙе эшкәртеп, ашлап, бойҙайҙы ер ҡуйынына һала, сүп үләненә, ҡоротҡостарға үрсергә ирек бирмәй, бар шарттар булдыра ла, ҡалғанын Хоҙай Тәғәлә ҡулына тапшыра. Марат Ғүмәр улы, быйыл тәбиғәт торошо сәсеүлектәргә нисек тәҫьир итте?Уңыш ниндәй?
  • Майҙан алып бына ошо көндәргә тиклем бер тапҡыр ҙа ямғыр яуманы, тиерлек, ерҙәр ярылып бөттө. 100 гектар майҙандағы ужым арышын йыйып алдыҡ, уңыш ярарлыҡ. Ярауай культураларҙан һоло, арпа, бойҙай сәскәйнек, улары матур үҫкән, булғанына шөкөр. 100 гектар майҙанды көнбағыш биләй. 80 гектар бесәнлек бар. 40 гектарҙан 500 төргәктән артыҡ мал аҙығы әҙерләнәк.
  • Марат ағай, һеҙ фермерлыҡ менән нисәнсе йыл шөғөлләнәһегеҙ? Ғөмүмән, үҙегеҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙсе?
  • 1984 йылда, бәхет эҙләп, Үзбәкстанға сығып киттем. Уран буровойында тәьминәтсе булып эшләнем. Тормош иптәшемде лә шунда таптым, Әминә Исхаҡ ҡыҙы менән Румил, Рауил улыбыҙҙы үҫтереп, тормош юлына баҫтырҙыҡ. Йылы яҡтарҙан ҡайтҡас, Ырымбурҙа ла ике йыл йәшәп алдыҡ, шунан һуң ғына тыуған ауылымда төпләндек. Ошо көндәрҙә бергә ғаилә усағын ҡорғанға 35 йыл тулыуын билдәләнек.
  • Ҡатыным ғүмер буйына ҡыҙлы булыу тураһында хыялланды. “Тәрбиәгә ҡыҙ алам”, - ти. “Улайһа мин фермерлыҡ эшен башлайым”,- тигән шарт ҡуйҙым, 2007 йылдан ошо эшкә тотондоҡ. Башта ҡатыным һыйыр һауҙы, мин мал ҡараным. Әминә апайығыҙ менән Сусанна менән Артур исемле апалы-ҡустылы балаларҙы тәрбиәгә алдыҡ.
    • Эш башлауы ҡыйын булдымы? Ғөмүмән, фермерлыҡ килемлеме?
    • Ерҙә эшләгәс, тир түгергә кәрәк, көн дә юҡ, төн дә юҡ. 7 гектар ерҙән, 30 квадрат метр һарайҙа ете баш һыйырҙан башлағайныҡ. Иртәнге биштә тора инек. Әле һыйыр малы һанын 191-гә еткерҙек, көнөнә тоннаға яҡын һөт етештерәбеҙ. Таянырлыҡ малсыларыбыҙ, игенселәребеҙ бар. Агрономға уҡып сыҡҡан улым Румил - уң ҡулым. Һауынсыларыбыҙ Гөлнар Баһауетдинова, Фаягөл Бикбаева, быҙау ҡараусы Әлфиә Шәрипова, механизаторҙар Фәнис Ғарипов, Әхәт Кинйәбулатов, Миңлейәр Вәхитовтың тырыш хеҙмәте менән малдар һәр саҡ бағыулы, уңыш та юғалтыуһыҙ йыйыла.
    • Ауылда ла аҡса табырға була. Ер етерлек, дәүләт ярҙамдан айырмай, субсидияһын да бирә. Ауыл хужалығы министрлығы күрһәткән грант аҡсаһына һөт һыуытҡыс һатып алдыҡ. Техникабыҙ ҙа етерлек, дүрт “Беларус”, “К - 700”, ике комбайн, тығыҙлау ҡорамалы, ҡиген урғыс һәм ауыл хужалығына кәрәкле башҡа төр агрегаттарыбыҙ бар.
      • Марат Ғүмәр улы, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, юбилейығыҙ уңайынан ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
      • Читайте нас: