Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Октябрь 2020, 18:55

Ризыҡ булһын дарыу, түгҽл ағыу

Магазин кәштәләрендәге күҙҙең яуын алып торған ҡамыр ризыҡтарын ҡарап, ни эшләптер, аш-һыуға оҫта ҡәйнәм (йәне йәннәттә булһын) иҫкә төштө. Әсәй ҡуйынынан 14-15 йәштәрҙә сығып, баш ҡалаға уҡырға атлыҡҡан кеше булараҡ, аш-һыуға бешеренеүгә оҫталыҡ юҡ, тиһәң дә, була. Ә ул йәш киленгә тиҙ арала аш-һыу серҙәрен асып һалды. Ғаилә ағзалары йоҡонан тороуға, боҫрап торған самауыр янында әле генә ҡыҙыу мейестән алынған итле-картуфлы бәлеш, бәрәмәсте күреп ауыҙҙан һыуҙар килә... Ҡош теле, кишер бәлеше - барыһы ла телеңде йоторлоҡ була торғайны.

Магазин кәштәләрендәге күҙҙең яуын алып торған ҡамыр ризыҡтарын ҡарап, ни эшләптер, аш-һыуға оҫта ҡәйнәм (йәне йәннәттә булһын) иҫкә төштө. Әсәй ҡуйынынан 14-15 йәштәрҙә сығып, баш ҡалаға уҡырға атлыҡҡан кеше булараҡ, аш-һыуға бешеренеүгә оҫталыҡ юҡ, тиһәң дә, була. Ә ул йәш киленгә тиҙ арала аш-һыу серҙәрен асып һалды. Ғаилә ағзалары йоҡонан тороуға, боҫрап торған самауыр янында әле генә ҡыҙыу мейестән алынған итле-картуфлы бәлеш, бәрәмәсте күреп ауыҙҙан һыуҙар килә... Ҡош теле, кишер бәлеше - барыһы ла телеңде йоторлоҡ була торғайны. Уйланып торғанда, яңы танышымдың һөйләгәне “ҡылт” итеп иҫкә төштө.
"Кондитер изделиелары етештергән шәхси фирмала эшләйем. Һеҙҙең өҫтәлегеҙҙәге 10 -15 төрлө сортлы прәник, печенье етештерәбеҙ. Ике тиҫтә йылға яҡын яратҡан һөнәрҽмә тоғромон. Эш хаҡы һәйбәт ине, бына яңы ғына кәметтеләр. Элегерәк тәмлекәстәр бешергәндә пальма майын ҡуллана торғайныҡ, онкология сире барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә, тигән мәғлүмәт таралғандан һуң, ҡамырҙы маргаринға оҡшаған һары майға баҫа башланыҡ. Әйтә торған һүҙем шул: эшләй башлағандың өсөнсө йылында уҡ кокос валсығына (уның сиробы мҽнән прәниктәрҙең өҫтөн һибеп сығабыҙ) аллергия барлыҡҡа килгәнен һиҙҙем. Медицина хеҙмәткәрҙәренең резина бирсәткәләре эҫе глазурь яһағанда ҡыҙыу температураға түҙмәй, сафтан сыға, шуға ла хужалыҡ магазиндарында һатылған күк бирсәткәләрҙә эшләнек. Унан да тән тиреһе ҡыҙарып сыға торғайны. Ондоң сифаты ла насар, уны ҡайҙан килтҽрәләрҙер, ҡамыр ҡабармай, ризыҡ ярылып бешә.
Һөнәри сир төрлөсә сағылды. Кемдеңдер ҡүлы ҡыҙара, ә минҽң тын юлы быуыла. Бына шулай итҽп астма сиренә юлыҡтым. Һуңғы өс айҙа 30 килограмдай ябыҡҡанмындыр, сәсем дә ҡойола, сәбәбе, бәлки, ошо ауырыуҙандыр ҙа", - тип һөйләнҽ ул.
Ошо һөйләшеүҙән һуң уйға ҡалдым: "тәмле" тип сауҙа нөктәләрендә һатып алған ризыҡтар барыһы ла файҙалымы икән? Бәлки, үҙебеҙҙең яҡта тарттырылған тирмән онон һатып алырға ла боронғоса ҡомалаҡтан ҡабартып әпәй бешереп ашарға, сифатлы аҙыҡ етештереүҙе яйға һалырға кәрәктер?
Ҡамыр аштарының уңыуы ондоң сифатынан торғанын бар оҫта хужабикә белә. Күп йылдар элек төпкөл районға ағас һатып алырға Кушнареко, Дүртөйлө, Илеш яҡтарынан килгән татарҙарҙың килтергән тирмән онон халыҡ теләп һатып ала торғайны. Уңып бешә икән, тимәк, сифаты ла һәйбәт.
Милләтебеҙ киләсәге үҙебеҙҙең сәләмәтлегебеҙҙән тора. Һуғыш, аслыҡ йылдарында тамыр ҡаҙып ашап, алабутанан икмәк бешерҽп ашаған өлкән быуын вәкилдәре бирешмәгәндә, әлеге осор кешеләре күпкә сырхауыраҡ, һеҙгә лә шулай тойоламы? Хәҙер инде магазин кәштәләрендәге тәмлекәстәрҙе ауыҙға ҡабыр алдынан шик-шөбһәләремдең раҫҡа тап килеүенән тәрән уйға ҡалам ...
Читайте нас: