ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Ноябрь 2020, 15:20

Һаҡ булығыҙ: ҡош киҙеүе!

Республика сиктәренә ҡош киҙеүе яҡынлаша.

Республика сиктәренә ҡош киҙеүе яҡынлаша.
Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта Волга буйы федераль һәм Урал федераль округтарында таралған ҡош киҙеүе буйынса хәл бик көсөргәнешле. Сир усаҡтары беҙҙең яҡын күршеләребеҙ Силәбе өлкәһендә, Татарстан Республикаһында, шулай уҡ Ҡурған, Һарытау, Омск өлкәләрендә асыҡланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сирҙең беҙҙең республика биләмәһенә үтеп инеү ҡурҡынысы ла бик ҙур.
Һуңғы ваҡытта ҡош киҙеүе буйынса хәл көсөргәнешле. Был - тиҙ таралыусан вируслы сир, уның менән ауыл хужалығы ҡоштарының бөтәһе лә ауырый. Инфекцияның хәүефе шунда: ул ҡотолғоһоҙ үлем осрағына килтерә, бик тиҙ тарала. Мәҫәлән, былтыр ил буйынса биш сир усағы асыҡланһа, быйыл - 75! Сирҙең күрше Силәбе һәм Татарстанда табылыуы беҙҙе ныҡлы әҙерләнергә мәжбүр итә. Һуңғы өс аҙнала Татарстандың дүрт районында сир усаҡтары табылған. Мәҫәлән, уның Мөслим районы беҙҙең Баҡалы районынан ни бары 10 километр алыҫлыҡта. Быға тиклем сир хәүефе шул тиклем ҙур түгел ине.
Тағы шуныһы хәүефле: әле ҡырағай ҡоштар йылы яҡҡа осоп киткән мәл. Улар сирҙе төбәктәр буйлап тарата. Шуға күрә һәр кем инфекцияға шиге булһа, шунда уҡ ветеринария станцияһына хәбәр итергә тейеш. Бының өсөн төбәктә "ҡыҙыу бәйләнеш" эшләй башланы, 8 800 77 55 828 телефоны буйынса һәр кем бушлай шылтырата ала.
– йорт ҡоштарын тышҡа сығарып йөрөтмәҫкә;
– ҡырағай ҡоштарҙан, шул иҫәптән күгәрсен, ҡарға һәм турғайҙарҙан алыҫ торорға;
– тере ҡош, билдәһеҙ етештереүсенән ҡошсолоҡ тауарҙары һатып алмаҫҡа;
– һыуыҡтар төшкәнен көтмәй һуя һалырға;
– ауырыуҙарын асыҡлаһағыҙ, шунда уҡ ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итергә.
Инфекцияның клиник билдәләре: ашауҙан баш тартыу, температураһы күтәрелеүе, ҡоштарҙың ҡырылыуы.
Әлеге ваҡытта был инфекция тураһындағы мәғлүмәтте ауыл, урамдар, райондар эсендә бер-берегеҙгә хәбәр итеп, сирҙән һаҡланырға кәрәк.
Читайте нас: