Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Ноябрь 2020, 19:08

Тормош юлы яҡты маяҡ булып ҡалды

66-сы йәшендә Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәтсәне, Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Ғәйнуллин Сибәғәт Әбделхәй улының ғүмере өҙөлдө.

66-сы йәшендә Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәтсәне, Салауат исемендәге АХК етәксеһе Ғәйнуллин Сибәғәт Әбделхәй улының ғүмере өҙөлдө.
Оҫта ойоштороусы, һоҡланғыс шәхестең тормош һәм хеҙмәт юлы тәрән хөрмәткә лайыҡ. Сибәғәт Әбделхәй улы 1977 йылда Мәләүез районының Салауат исемендәге колхозында тракторсы булып эш башлай. Намыҫлы, тырыш хеҙмәте, һөнәри оҫталығы һәм юғары шәхси сифаттары уға етәксе вазифаһына күтәрелергә һәм тормошта ҙур уңыштарға ирешергә ярҙам итә. Ул етәкләгән ике тиҫтәнән ашыу йыл дауамында Салауат исемендәге кооператив районда ғына түгел, республика, ил кимәлендә һөҙөмтәле эшмәкәрлеге менән танылды. Һәләтле, инициативалы, дәртле, ижади ҡарашлы етәксе һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтылды, хужалыҡты алға әйҙәне.
Ярҙамсыл, ғәҙел, алсаҡ булыуы менән яҡташтарының ихтирамын, ышанысын яулап, республика, ил етәкселеге, хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанды. Халыҡ хәстәре менән йәшәгән, йәмәғәт эшендә әүҙем Сибәғәт Ғәйнуллин ике саҡырылыш район Советы депутаты итеп һайланды.
Уның фиҙаҡәр эшмәкәрлеге Рәсәй Федерацияһы атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәтсәне, Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәтсәне исемдәре, “Халыҡтар дуҫлығы” ордены һәм башҡа юғары наградалар менән баһаланды.
Ғәйнуллин Сибәғәт Әбделхәй улы беҙҙең өсөн изгелекле, эшлекле, тыуған еренең ысын илһөйәре булып һәр саҡ ҡалыр. Уның тураһында яҡты хәтер беҙҙең күңелдәрҙә һаҡланыр!

Район Советы президиумы, район һәм ҡала биләмәһе хакимиәттәре, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм ветерандары.
Читайте нас: