ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Ноябрь 2020, 16:10

Ауыл йәме - кешеләр

Төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән Дмитриевка ауылы төҙөк, яңы нигеҙ ҡороп, йорт һалған йәштәр ҙә етерлек, бәләкәс балалар һаны ике тиҫтәгә яҡын, тимәк, уның киләсәге бар. Шуныһы үкенесле, ауылда ике ҡатлы мәктәп бинаһы, уҡыусылар һаны аҙ булғанлыҡтан, ябылған, улар Нордовкаға йөрөп уҡый.Яңыраҡ зәңгәр экрандарҙа Пермь крайындағы ауылда нисек мәктәпте ябылыуҙан һаҡлап ҡалыуҙарын һөйләнеләр. Баҡтиһәң, уҡыу йортоноң киләсәге менән килешмәгән ғаиләләр йәтим, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған. Шулай итеп, ауылда уҡыусылар һаны артҡан. Бәлки, берәй яйы табылып, Дмитриевкала ла мәктәп асылыр.Киләсәкте йәштәр билдәләйӘҙәм балаһы донъя ҡорор өсөн үҙенә уңайлы урын һайлай. Кемгәлер бар шарттар тыуҙырылған фатирҙа йәшәү ҡулай. Икенселәр ауыл ерендә, үҙ өйөндә йәшәүҙе өҫтөн күрә. Альбина менән Урал Үтәевтар йортон бер ҡасан да тар бүлмәле фатирға алмаштырмаясаҡ.Өйләнешкәс, ете йыл элек Дмитриевка ауылында өй һатып алалар. Фрезерлаусы, йышыусы һөнәрле киң профилле станоксы ғаилә башлығына “Ашҡаҙар” хужалығында эш табыла: урыу-сәсеү ваҡытында “Акрос”, һуңғараҡ “Класс” комбайнын ышанып тапшыралар. Йәш ғаиләлә ике бала үҫә: дүрт йәшлек Динара быйыл бинаны йыһазландырыуҙа “Ашҡаҙар” предприятиеһы етәксеһе Илдус Хәлитов ҙур ярҙам күрһәткән балалар баҡсаһына йөрөй. Ләйсән ҡыҙҙары быйыл уҡырға төшкән. 12 саҡрымда урынлашҡан күрше ауылдағы мәктәпкә автобус йөрөтә. “Һыуыҡ көндәрҙә елдән һаҡланыр өсөн туҡталҡа кәрәк. Дәрестән һуң автобус Нордовканан Варвариноға, унан Дмитриевкаға балаларҙы өйҙәренә алып ҡайтып еткергәнсе, бер сәғәттән ашыу ваҡыт уҙа”, - тип борсола йорт хужаһы.

Төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән Дмитриевка ауылы төҙөк, яңы нигеҙ ҡороп, йорт һалған йәштәр ҙә етерлек, бәләкәс балалар һаны ике тиҫтәгә яҡын, тимәк, уның киләсәге бар. Шуныһы үкенесле, ауылда ике ҡатлы мәктәп бинаһы, уҡыусылар һаны аҙ булғанлыҡтан, ябылған, улар Нордовкаға йөрөп уҡый.
Яңыраҡ зәңгәр экрандарҙа Пермь крайындағы ауылда нисек мәктәпте ябылыуҙан һаҡлап ҡалыуҙарын һөйләнеләр. Баҡтиһәң, уҡыу йортоноң киләсәге менән килешмәгән ғаиләләр йәтим, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған. Шулай итеп, ауылда уҡыусылар һаны артҡан. Бәлки, берәй яйы табылып, Дмитриевкала ла мәктәп асылыр.
Киләсәкте йәштәр билдәләй
Әҙәм балаһы донъя ҡорор өсөн үҙенә уңайлы урын һайлай. Кемгәлер бар шарттар тыуҙырылған фатирҙа йәшәү ҡулай. Икенселәр ауыл ерендә, үҙ өйөндә йәшәүҙе өҫтөн күрә. Альбина менән Урал Үтәевтар йортон бер ҡасан да тар бүлмәле фатирға алмаштырмаясаҡ.
Өйләнешкәс, ете йыл элек Дмитриевка ауылында өй һатып алалар. Фрезерлаусы, йышыусы һөнәрле киң профилле станоксы ғаилә башлығына “Ашҡаҙар” хужалығында эш табыла: урыу-сәсеү ваҡытында “Акрос”, һуңғараҡ “Класс” комбайнын ышанып тапшыралар. Йәш ғаиләлә ике бала үҫә: дүрт йәшлек Динара быйыл бинаны йыһазландырыуҙа “Ашҡаҙар” предприятиеһы етәксеһе Илдус Хәлитов ҙур ярҙам күрһәткән балалар баҡсаһына йөрөй. Ләйсән ҡыҙҙары быйыл уҡырға төшкән. 12 саҡрымда урынлашҡан күрше ауылдағы мәктәпкә автобус йөрөтә. “Һыуыҡ көндәрҙә елдән һаҡланыр өсөн туҡталҡа кәрәк. Дәрестән һуң автобус Нордовканан Варвариноға, унан Дмитриевкаға балаларҙы өйҙәренә алып ҡайтып еткергәнсе, бер сәғәттән ашыу ваҡыт уҙа”, - тип борсола йорт хужаһы.
Бәхет - тыуған ерҙә
“Минең ҡыҙым уҡымышлы, ул һыйыр һаумаясаҡ”, - тип әйткән, ти, бер ҡатын, тегенсе ҡыҙын ауыл еренә кейәүгә биргәндә. Ҡала ҡыҙымын, юғары белемлемен, тип тормаған Альбина, һыйыр һауырға ла, баҡса тултырып йәшелсә үҫтерергә лә өйрәнгән. “Үҙебеҙҙең ҡаймаҡ, һөт, эремсек бигерәк тәмле”, - тип дәрестән яңы ҡайтҡан Ләйсән ҡыҙы һүҙгә ҡушыла. Бала ла ауылда йәшәүҙең ыңғай яҡтарын күрә белә.
Бер-береһен аңлап, тырышып донъя көткән, ситкә китеп бәхет эҙләп йөрөмәгән, үҙ ерендә көндәлек хеҙмәте менән уның үҫешенә тос өлөш индергән Үтәевтар кеүек ғаиләләр булғанда, ауыл йәшәйәсәк.
Читайте нас: