ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
30 Декабрь 2020, 19:10

Килә лә етә икән…

Декабрь - бөтөн кешенең дә эше күп булған мәшәҡәтле ай. Хеҙмәт урындарында йылға йомғаҡ яһау, отчёттар әҙерләү, йыллыҡ килем-сығымды барлау, иҫәпләү, һөҙөмтәләр яһау, киләһе йылға пландар ҡороу осоро ул. Декабрь аҙағында магазиндарҙа, сауҙа үҙәктәрендә ығы-зығы башлана. Һатыуға байрамға ҡағылышлы атрибутиканы сығарып тултыралар. Көнсығыш календары буйынса киләһе йыл - Үгеҙ йылы, шунлыҡтан уның рәсеме төшөрөлгән сувенирҙарҙың иҫәбе-хисабы юҡ. Ә беҙ, гәзит уҡыусыларыбыҙ, ошо сыуалышта онотоп кителмәһен өсөн район хужалыҡтарындағы тоҡомло үгеҙҙәргә һүҙ бирергә булдыҡ.Александр Емелин хужалығынан абердин-ангус тоҡомло «Гриша» : - 2021 йылға хужа итеп ҡуйҙылар, бик яуаплы эш тапшырҙылар. Күктәребеҙ аяҙ, илебеҙ тыныс, барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булайыҡ!

Декабрь - бөтөн кешенең дә эше күп булған мәшәҡәтле ай. Хеҙмәт урындарында йылға йомғаҡ яһау, отчёттар әҙерләү, йыллыҡ килем-сығымды барлау, иҫәпләү, һөҙөмтәләр яһау, киләһе йылға пландар ҡороу осоро ул. Декабрь аҙағында магазиндарҙа, сауҙа үҙәктәрендә ығы-зығы башлана. Һатыуға байрамға ҡағылышлы атрибутиканы сығарып тултыралар. Көнсығыш календары буйынса киләһе йыл - Үгеҙ йылы, шунлыҡтан уның рәсеме төшөрөлгән сувенирҙарҙың иҫәбе-хисабы юҡ. Ә беҙ, гәзит уҡыусыларыбыҙ, ошо сыуалышта онотоп кителмәһен өсөн район хужалыҡтарындағы тоҡомло үгеҙҙәргә һүҙ бирергә булдыҡ.
Александр Емелин хужалығынан абердин-ангус тоҡомло «Гриша» :
- 2021 йылға хужа итеп ҡуйҙылар, бик яуаплы эш тапшырҙылар. Күктәребеҙ аяҙ, илебеҙ тыныс, барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булайыҡ!
Ғирфатов исемендәге хужалыҡ фермаһы көтөүенең өйөр башлығы үгеҙе:
- Ауыл ерендә йәшәп аҡсаһыҙлыҡҡа бер ҙә көйәләнергә түгел. Беҙҙең тоҡомдан һарайығыҙҙа ике-өс баш үгеҙ алып аҫраһағыҙ, өҫтәлегеҙ мул, күңелдәрегеҙ көр булыр. Беҙҙе юлдаш итһәгеҙ, юлығыҙ уңыр.
Шәхси хужалыҡтағы үгеҙ-быҙау:
Малды мал таба, мал тапҡан - мал таныр, мал менән бала - донъя зиннәте, малһыҙ кеше - ҡанатһыҙ ыласын ише, мал тапҡанды маҡтама, тота белгәнде маҡта, малды мал таба, ти хужабыҙ. Яңы йылға үгеҙ була хужа, йәшәйек әле күрмәй нужа!
Читайте нас: