ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
11 Ғинуар 2021, 17:10

Ҡулға-ҡул тотоношоп

Яңауыл ауылында йәшәгән фермерҙар Руслан һәм Айрат Әлимғужиндарҙы районда яҡшы беләләр. Шәхси эшҡыуарҙар игенселек һәм малсылыҡ тармағында берҙәй уңышлы шөғөлләнә. Әле хужалыҡта эштең иң ҡыҙған мәле. Малды имен-аман ҡышлатыу, быҙауҙар тәрбиәләү, һөттөң тамсыһын да әрәм итмәй һауып алыу - хужалыҡ өсөн төп бурыстарҙың береһе.

Яңауыл ауылында йәшәгән фермерҙар Руслан һәм Айрат Әлимғужиндарҙы районда яҡшы беләләр. Шәхси эшҡыуарҙар игенселек һәм малсылыҡ тармағында берҙәй уңышлы шөғөлләнә. Әле хужалыҡта эштең иң ҡыҙған мәле. Малды имен-аман ҡышлатыу, быҙауҙар тәрбиәләү, һөттөң тамсыһын да әрәм итмәй һауып алыу - хужалыҡ өсөн төп бурыстарҙың береһе.
Яҙын малсылыҡ йүнәлешен үҫтереү буйынса байтаҡ сығым һалынған: Яңауылдағы, Шәриптәге ферманы, Смаҡтағы машина ремонтлау оҫтаханаһын автогараждары менән, Арыҫлан ауылындағы иген келәтен һатып алғандар. Биналар ремонт талап итә.
  • Хужалыҡта 170 баш һыйыр малы, шуның йөҙләбе - һауын һыйыры. Һөттө быҙауҙарға лә эсерәбеҙ, Ергәндә шәхси эшҡыуарға тапшырабыҙ. Һәләтлене һәнәк тотоуынан да белеп була, тиҙәр. Эшкә үҙебеҙҙең ауылдаштарҙы алдыҡ, Гөлсинә Хәмитова, Сәриә Фәйзуллина, Раушания Ҡунаҡасова, малсылар Салауат Салауатов, Зөлфәт Ҡотлобаев, Басир Яугилдин хеҙмәтен намыҫлы башҡара. Әлбиттә, өс тиҫтә йылға яҡын ферма мөдире вазифаһын атҡарған, эшҡыуарлыҡты башлап асып биргән атайыбыҙ Салауат Ишбулат улының ярҙамына, кәңәшенә һәр саҡ мохтажбыҙ, - ти егеттәр.
  • Үгеҙ йылында Әлимғужиндар малсылыҡты артабан үҫтереү өсөн дәүләт ярҙамына ла өмөт бағлай. Тырышлыҡ һәр ауырлыҡты еңә, яңы йылда егеттәргә яңы еңеүҙәр юлдаш булһын.
  • Техника паркын яңыртыу, яңы ҡорамалдар һатып алыу өсөн дә аҡса йәлләмәй фермерҙар. “Иҫке техникаға ремонт өсөн әллә күпме сығым китә, яңыһын алыу күпкә отошло”, - ти Руслан. Былтыр “Акрос комбайны, агрегаттар алған, ни тиһәң дә мең гектарға яҡын сәсеүлек, бесәнлек ерен эшкәртеүе яҡшы техникала күңелле. Әйткәндәй, ул киләһе йылға сәсеүлек картаһын күҙаллап та ҡуйған. Быйылғы уңыш та насар булмаған: 200 гектар майҙанда сәселгән көнбағыштың тоннаһын 40 мең һум менән һатҡандар, ҡарабойҙай ҙа яҡшы хаҡ менән үткән. Батырға ла ял кәрәк, тигәндәй, Руслан Бикмырҙин ял итһә, Ислам Шафиҡов ҡышҡы бурандарҙа Яңауыл, Яҡтыкүл, Исламғол ауылдары урамдарын ҡарҙан таҙарта. Илшат менән Радик Шаһмановтар, Әхтәм Ибраһимов та эшһеҙ ултырмай. Яҙын тажзәхмәт арҡаһында ситтән тороп уҡыған осорҙа улы Динислам сәсеүлектә атаһына ныҡлы ярҙам иткән, әле юрист һөнәрен үҙләштереүҙе дауам итә.
    Бер уйҙан, бер төптән, бер-береһен аңлап, ярҙамлашып, ауылдаштарын ашлы, эшле иткән Әлимғужиндарға артабан да уңыштар насип булһын. Тап улар кеүек уңғандар бөгөнгө ауылды йәшәтә, ауыл хужалығын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.
    Читайте нас: