ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
19 Ғинуар 2021, 13:25

Тырышлыҡ бәхет килтерә

Таныш булығыҙ - сираттағы геройыбыҙ, районыбыҙҙың алдынғы фермерҙарының береһе Таһир Ханнанов.Булыр бала бишектән ти, халыҡ мәҡәле. 8 класты тамамлағас та ул Аксён ауыл хужалығы техникумында агрономлыҡҡа уҡып сыға. Тырыш бала - атай-әсәй бәхете ул. Әрмелә хеҙмәт иткән частан намыҫлы, уңған ул үҫтергәндәре өсөн Рәхмәт хаты алып ҡыуана яҡындары. Ҡайтҡас та, егет агроном һөнәрен ситтән тороп үҙләштереүҙе дауам итә.Аллаһы Тәғәләнең “Уңғанға - уңған тап килһен” тип теләгән ваҡыты тура килгәнме, егәрле, ихлас, шаян егет булдыҡлы тормош иптәше һайлаған Таһир. Гөлсинә менән бынамын тигән өс ул үҫтергәндәр. (дауамы аҫтағы һылтанмала).

Таныш булығыҙ - сираттағы геройыбыҙ, районыбыҙҙың алдынғы фермерҙарының береһе Таһир Ханнанов.
Булыр бала бишектән ти, халыҡ мәҡәле. 8 класты тамамлағас та ул Аксён ауыл хужалығы техникумында агрономлыҡҡа уҡып сыға. Тырыш бала - атай-әсәй бәхете ул. Әрмелә хеҙмәт иткән частан намыҫлы, уңған ул үҫтергәндәре өсөн Рәхмәт хаты алып ҡыуана яҡындары. Ҡайтҡас та, егет агроном һөнәрен ситтән тороп үҙләштереүҙе дауам итә.
Аллаһы Тәғәләнең “Уңғанға - уңған тап килһен” тип теләгән ваҡыты тура килгәнме, егәрле, ихлас, шаян егет булдыҡлы тормош иптәше һайлаған Таһир. Гөлсинә менән бынамын тигән өс ул үҫтергәндәр.
Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, 18 йыл элек фермерлыҡ эшенә тотонған геройыбыҙ Улдары Линар, Динар, Илнар менән бергә үҫемлекселек тармағын, тоҡомло йылҡы малы үрсетеү эшен йәйелдергән. Күмәкләгән - яу ҡайтарған тиҙәр, бына бер нисә йыл улар етештергән башҡорт халҡының милли ашы булған ҡаҙыны, йылҡы итен район-ҡала халҡы ғына түгел, хатта сит яҡтарҙан да килеп алалар. Һарыш, Восток, Боһорман, Аҡназар ауылдары халҡын эш менән тәъмин итә Таһир Юнир улы. Үҙ ауылында староста вазифаһын да алып бара. Төрлө байрам сараларын үткәргәндә матди ярҙам күрһәтә, хеҙмәт ветерандарына, пайсыларға йыл да күстәнәс тарата. Хөрмәт ҡаҙанған ир-егеттең уңыштары ла етерлек: район кимәлендә - Маҡтау грамоталары, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған “Алтын көҙ” конкурсында миҙал менән бүләкләнгән
Читайте нас: