ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
18 Февраль 2021, 13:40

Иртәгәһен бөгөн ҡайғыртмаһаң

Ҡышҡы айҙарҙың икенсе яртыһы башланды, аграрийҙар киләсәкте күҙаллап сәсеүлек әйләнешенең зона схемаларын планлаштыра. Бөгөн республикала “маржиналь культура” тигән термин барлыҡҡа килде. Ул - йәғни баҙарҙа юғары һатып алыу хаҡына эйә культура. Килем артынан ҡыуып, сәсеү әйләнеше һаҡланамы? Яҙғы сәсеү барышында ҡайһы культураларға өҫтөнлөк биреләсәк? Ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Аркадий Шафиҡов әйтеүенсә, интенсив игенселектә тупраҡтың уңдырышлығын яңыртыу һәр саҡ күҙ уңында тотола. Мәғлүм булыуынса, маржиналь культураларҙан иҫәпләнгән, иң беренсе урында килгән көнбағыштан һуң ер үҙенең уңдырышлығын юғалта, кибә. Әммә, шул уҡ ваҡытта, уның хаҡы ла юғары. Агрономия талаптары буйынса, был төр культура сәсеүлектең ун-ун ике процентын ғына биләргә мөмкин. Көнбағыш буйынса сәсеү әйләнеше һаҡлана, былтыр ул 16 мең гектар майҙанды биләһә, быйыл да шул кимәлдә ҡала.

Рапс үҫемлегенән һыҡтырылған май, орлоғо Ҡытай, Европа илдәрендә ҙур уңыш менән файҙалана. Уны мал аҙығы булараҡ элгәре лә сәскәндәр, йәшел аҙыҡ тип тә файҙаланылған. Былтыр “Иҙел” агрофирмаһы, “Дружба”, “Ашҡаҙар” исемендәге хужалыҡта 2 мең гектар сәсеүлек майҙанын биләһә, быйыл 700 гектарға ҡалдырыла. “Рапс - бик үҙенсәлекле культура, эшкәртеү технологияһы ла айырылып тора. Кәбеҫтәлеләр класынан булған үҫемлекте сәскә атҡан осорҙа күргәнегеҙ бармы? Еҫе менән үҙенә йәлеп итеп тора ул. Иртә яҙҙан рапстың шытымдары пәйҙә булғас та, уға күбәләк, ҡарышлауыҡ, бөрсә кеүек ҡоротҡостар һөжүм итә. Әгәр һиҙгерлеке юғалтһаң, бер-ике көндән сәсеүлектәр тулыһынса юҡ ителергә мөмкин. Сәскә осоронда үҫемлектәрҙе ағыулағанда бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы, шул сәбәпле умартасыларҙың ризаһыҙлыҡ белдереүе лә рапс сәсеүлеге майҙанының кәмеүенә килтерҙе”, - ти агроном.
Башҡа культураларға килгәндә, хужалыҡтарҙа майҙандың 55-60 процентын - бөртөклө иген, ҡалғанын бесән, кукуруз, мал аҙығы культуралары биләйәсәк. Сәсеүлектең 10 проценты - ужым сәселәсәк пар баҫыуҙары.
Күҙ асып йомған арала тағы яҙ миҙгеле килеп етер. Ер ҡарҙан асылыр-асылмаҫ элек баҫыу батырҙарының тағы ла алһыҙ-ялһыҙ эш көндәре башланасаҡ.
Читайте нас: