Конгэк
+11 °С
Ясна
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Февраль 2021, 16:02
Онға хаҡ тотороҡло булһын өсөн
Он һәм икмәк етештереүсе предприятиеларға субсидиялар бирелә. Он етештереүселәрҙең - бойҙай һатып алыуға, ә икмәк бешереү менән шөғөлләнгән предприятиеларҙың икмәк-ҡалас ризыҡтарын һатыуға киткән сығымдары ҡапланасаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Ауыл хужалығы сәнәғәте үҫеше” милли проекты маҡсатында илдең Ауыл хужалығы министрлығы төбәктәр менән килешеү төҙөгән. Он һәм икмәк етештереүсе предприятиеларға субсидиялар бирелә. Он етештереүселәрҙең - бойҙай һатып алыуға, ә икмәк бешереү менән шөғөлләнгән предприятиеларҙың икмәк-ҡалас ризыҡтарын һатыуға киткән сығымдары ҡапланасаҡ.
Башҡортостан менән килешеү 16 февралдә төҙөлгән. Он етештереү менән шөғөлләнгән предприятиелар өсөн - 22,4 миллион һум, икмәк бешергән ойошмалар өсөн 38,1 миллион һум аҡса бүленгән. Был сара ошо тармаҡ предприятиеларының рентабелле булыуына һәм икмәк-ҡалас ризыҡтарына, онға тотороҡло хаҡ, уларҙың үҙҡиммәтен һаҡлау һәм әҙер продукцияның хаҡтарын теркәү өсөн кәрәк.
Фото: artfile.ru
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты