ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Февраль 2021, 17:01

Башҡорт аты

Беҙ ҡатмарлы техника дәүерендә йәшәйбеҙ. Көндән-көн башҡорт халҡының ярҙамсыһы - аттарҙың һаны ҡыҫҡара бара. Хәҙер ауылдарҙа ла уларҙы осратыуы ауыр, шулай ҙа ат –кешенең тоғро дуҫы,ярҙамсыһы булып ҡала.

Беҙ ҡатмарлы техника дәүерендә йәшәйбеҙ. Көндән-көн башҡорт халҡының ярҙамсыһы - аттарҙың һаны ҡыҫҡара бара. Хәҙер ауылдарҙа ла уларҙы осратыуы ауыр, шулай ҙа ат – кешенең тоғро дуҫы,ярҙамсыһы булып ҡала.
Башҡорт аты сыҙамлы, аҡыллы булыуҙары менән башҡа аттарҙан айырылып тора. Башҡорт аты - Көньяҡ Урал өсөн эндемик аттар тоҡомо. Ҡырҡа континенталь климат шарттарында йыл әйләнәһенә тибенлектә йөрөргә өйрәнгән урындағы дала һәм урман тоҡомдарынан килеп сыҡҡан. Башы ҙур, тура ҡабырғалы, киң маңлайлы. Ҡыҫҡа ҡалын муйынлы, киң тура арҡалы. Башҡорт аты XVII-XVIII быуаттарҙа киң таралған булған. Өфө һәм Ырымбур губерналарында үрсетелгән, Пермь, Ҡазан һәм Һамар губерналарында һәм Көнбайыш Себерҙең почта юлдарында осраған. 8 сәғәт эсендә ял итергә туҡтамай һәм ашатмай 120-140 км юлды үтеп булған башҡорт тройкаһы киң билдәле булған.
Читайте нас: