ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Февраль 2021, 15:15

Бүреләр һөжүм итә

Ыстағәфирулла! Мәләүез районы Ерек ауылында йәшәгән Вәсилә менән Илъяс Күсмәевтарҙың ялан кәртәһенә инеп, бүреләр биш баш һарығын тамаҡлаған, ти. (Дауамын аҫтағы һылтанмаға инеп уҡығыҙ).

Ыстағәфирулла! Мәләүез районы Ерек ауылында йәшәгән Вәсилә менән Илъяс Күсмәевтарҙың ялан кәртәһенә инеп, бүреләр биш баш һарығын тамаҡлаған, ти. (Дауамын аҫтағы һылтанмаға инеп уҡығыҙ).
Унан алда ғына йыртҡыстарҙы күрше Александровка ауылы урамында күргәндәр.
Иртәнсәк һарай башынан бесән төшөрәйем тиһә, теткеләнеп бөткән йөн, ҡанға батҡан бесәнде күреп хужабикәнең ярҙамсыһы саҡ иҫтән яҙмай. Һунарсылар тешләнгән эҙҙәргә ҡарап, малға эт түгел, нәҡ бүреләр ташланғанын дәлилләй. Был осраҡта йыртҡыстар ҡуй һарығын быуғас, майын, берәүһенең эсәген ашаған. “Эттәр талаһа талай, оса тирәһен ашай, эсәктәрен теймәй. Бүре үҙ биләмәһендә һунар итмәй, был йыртҡыстар ҙа 50-60 саҡырым ситтән, Бөрйән яҡтарынан килгән”, -ти Әбет ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнир Үмәрғәлин .
Читайте нас: