Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
18 Июнь 2021, 12:45

Ауылдарҙа бесән өҫтө

Ҡышты тыныс күңел, ышаныс менән ҡаршылар өсөн мал аҙығы әҙерләү осоро етте. Һуңғы йылдарҙа ҡоро һауа торошо ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәрен бер аҙ хафаға һала. Мал аҙығы сифаты ла уны әҙерләү ваҡытына бәйле. Фермер Илдар Ғирфатовтың хужалығында 126 баш мал бар.Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уларҙы ҡышлатырлыҡ мал аҙығы әҙерләргә кәрәк: май аҙағында механизаторҙар бесән сабыуға төшкән

Ҡышты тыныс күңел, ышаныс менән ҡаршылар өсөн мал аҙығы әҙерләү осоро етте. Һуңғы йылдарҙа ҡоро һауа торошо ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәрен бер аҙ хафаға һала. Мал аҙығы сифаты ла уны әҙерләү ваҡытына бәйле. Фермер Илдар Ғирфатовтың хужалығында 126 баш мал бар.Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уларҙы ҡышлатырлыҡ мал аҙығы әҙерләргә кәрәк: май аҙағында механизаторҙар бесән сабыуға төшкән. “85 гектарҙа күп йыллыҡ үлән сәселде, сифаты яғынан былтырғыға ҡарағанда йоҡараҡ, әлбиттә. Үҙем иҡтисадсы, шулай уҡ юрист, кәрәк икән комбайнға, “КамАЗ”-ға, тракторға ла ултырам”, - ти заманса техникала йәшел массаны йыйып төргәкләгән Назар Ғирфатов. Сабылған яландарға икенсе тапҡыр уңыш алыр өсөн гектарына 2 центнер нисбәтендә азот ашламаһы индерергә ниәтләйҙәр. Шулай уҡ бер йыллыҡ мал аҙығын әҙерләүгә Сынтимер Ишҡолов, аталы-уллы Илдар менән Игорь Зверевтар йәлеп ителгән. Мал аҙығы өсөн 100 гектарҙа кукуруз сәскәндәр, әле силос соҡорон әҙерләү менән мәшғүлдәр. Уңған фермер хужалыҡта техниканы яңыртып тора. Быйыл үләнде яҫмаларға һалыу, пресс агрегаты, былтыр “МТЗ”, “Т- 150” тракторы алғандар.
Башҡа баҫыу эштәре лә онотолмай. Механизатор Иван Переверзев көнбағыш, пар баҫыуҙарына сүп үләндәренә, ҡоротҡостарға химик утау үткәргән. Общаяя пощадь 6 мең гектар. Әйткәндәй, уның да биш төр техниканы йөрөтөү өсөн категорияһы бар. Һүҙ уңайынан Илдар Вәкил улының кешелеклелеге хаҡында ла әйтеп үткем килә: атай-әсәйһеҙ ҡалған Иванды заманында үҙ ҡанаты аҫтына ала ул. Тракторсы һөнәренә уҡып сыҡҡан егет биш йыл хужалыҡта эшләй, торлаҡлы ла булған, хәҙер инде үҙе ғаилә башлығы, киләсәге лә ышаныслы.
Читайте нас: