Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Июнь 2021, 15:15

Мал һаны артты

Райондың Салауат исемендәге кооперативында ҡыуаныслы ваҡиға булып үтте. Май баштарында Ленинград өлкәһенән 32 баш һыйыр малы алып ҡайттылар. Улар, беҙҙең яҡтағыларҙан айырмалы рәүештә, буйға бейегерәк, күбеһе ҡара-сыбар төҫтәге һөтлө.

Райондың Салауат исемендәге кооперативында ҡыуаныслы ваҡиға булып үтте. Май баштарында Ленинград өлкәһенән 32 баш һыйыр малы алып ҡайттылар. Улар, беҙҙең яҡтағыларҙан айырмалы рәүештә, буйға бейегерәк, күбеһе ҡара-сыбар төҫтәге һөтлө. Әлеге ваҡытта хужалыҡта барыһы 1500 һыйыр малы, ҡара-сыбар һәм голштин тоҡомлолары үрсетелә. «Голштин тоҡомло һыйырҙарҙы алдағы көндәрҙә 32 баштан 200-гә тиклем арттырыуҙы планлаштырабыҙ», - тигән фекере менән бүлеште ферма зоолог-селекционер Мансур Бикбулатов. Ҡурала малдар өсөн бөтә шарттар, уңайлыҡтар булдырылған. Көндөҙ еләҫ булһын өсөн вентилятор тоҡандыралар, яңыраҡ иҙәнде алмаштырғандар. Шулай уҡ, быҙауҙар үҫтереү буйынса бер нисә йыл рәттән үҙенсәлекле ысул ҡулланылып килә, улар өсөн уңайлы ситлектәр ҡуйылған.

Салауат исемендәге хужалыҡтың ферма хеҙмәткәрҙәре киләсәккә яҡты өмөт менән, пландар ҡороп, тырышып хеҙмәт итә, ә теләк булғанда, барыһына ла өлгәшеп була. Зоотехник Флүр Әхмәлетдиновҡа һәм бар хеҙмәткәрҙәргә ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә ҙур уңыштар, ниәттәренең тормошҡа ашыуын һәм киләсәктә үҙенең сифатлы продукцияһы менән халыҡты шатландырыуын теләргә генә ҡала.
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: