Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Июль 2021, 14:55

Ауылдарҙа - бесән өҫтө

Бесән сабыу - бер генә мәл. Яуаплы осорҙа һәр кем күберәк мал аҙығы тупларға тырыша. Элегерәк колхоз яландарын сабып бөтөрмәйенсә, үҙ хужалығыңдағы малдарға әҙерләү тыйыла ине. Ғаилә хужаһы дәүләткә эшләһә, хужабикә йорт-ҡуралағы һәүкәштәрҙе хәстәрләр өсөн балаларын эйәртеп яҡындағы сабынлыҡҡа юллана. Эҫе көндә бесән сабыу елкәгә тейә. “Ярҙамға ҡайтырға күренмәйме шунда берәйһе?”- тип, ял иткән арала ҡайынлыҡҡа үрмәләгән, ҡала яғынан ярҙам өмөт иткәндәр һеҙҙең арала ла булғандыр. Эйе, ҡул менән сабыу күмәк хеҙмәт талап итә ине. Ә бөгөнгө ауылда был эш нисек ойошторолған? Район буйлап сыҡҡанда бесән әҙерләүселәрҙең фекерен һораштыҡ.

Ирина Пиворарова, Самойловка ауылы:
  • Бесәнлеге генә булһын, техника менән сабылған үләнде йыйып алыуы ҡыйын түгел. Ауыл хакимәте сабынлыҡ ерен ваҡытлыса ҡулланыуға бирҙе.
  • Ауылда өс кеше генә һыйыр тота хәҙер, халыҡ мал аҫрамай тиерлек. Улары ла бесән сабып, киптереп, тейәп алып ҡайтып, һарай башына өйөү менән мәшәҡәтләнергә теләмәй, төргәге менән әҙер бесәнде һатып ала.
    Ихатабыҙҙа атын да, сусҡаһын да, һыйыр малын да аҫрайбыҙ. Бер һәүкәшебеҙ көтөүлектә йөрәге ярылып харап булды, булған ҡаза шуның менән китһен, тибеҙ. Мал менән донъя көтәбеҙ, дүрт балабыҙҙы уҡытабыҙ.
    Миләүшә Кәримова, Муллағол ауылы:
    • Һыйыр, башмаҡ, һарыҡ тотабыҙ. Ҡул менән сапҡан ваҡыт күп булды инде. Хәҙер барлыҡ эште тиерлек техника атҡара. Мин күбеһенсә бесәнселәргә ашарға бешереп кенә йөрөйөм.
    • Венир Исламғолов, Аптраҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
      • Үләндең сабылмай ҡалыуы тәбиғәтте йәмһеҙләй, кешегә лә күп уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Кеше бейеклегендәге кесерткән, дегәнәктәр, йырып сыға алмаҫлыҡ үләнгә ышыҡланып төлкөләр, ҡырағай эттәр ауылдарға яҡын килә, мал-тыуарға, ҡош-ҡортҡа һөжүм итә. Аптраҡ ауылы хакимиәтенә ҡараған биләмәләрҙе тәртипкә килтерәбеҙ, ошо көндәрҙә үлән сабыуҙы ойошторҙоҡ.
      • Автор:Аклима Имамова
        Читайте нас: