Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Июль 2021, 12:35

Ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлек бара

Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә  беренсегә ауыл хужалығында микроиҫәп алыу  үткәреләсәк. 2016 йылда был сараны биш йылға бер тапҡыр үткәреү тураһында һүҙ ҡуҙғатыла һәм иҫәпкә алыу тураһындағы законға үҙгәреш индерелә.

Ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлек бара
Ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлек бара
Ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлек бара

Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә  беренсегә ауыл хужалығында микроиҫәп алыу  үткәреләсәк.

2016 йылда был сараны биш йылға бер тапҡыр үткәреү тураһында һүҙ ҡуҙғатыла һәм иҫәпкә алыу тураһындағы законға үҙгәреш индерелә. Быйыл ул сара 1-нән 30 августҡа тиклем дауам итәсәк. Уның барышында ауыл хужалығы ойошмаларына, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына ҡараған  сәсеүлек, күп йыллыҡ емеш ағастары ултыртылған үҫемлек майҙаны, мал башы иҫәбе алынасаҡ. Был ҡалалағы шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыусыларға ҡағылмай.

Иҫәпкә алыуҙа яңыса технологик алымдар ҡулланыла, үҙ нәүбәтендә ул мәғлүмәт туплау, уны эшкәртеү сифатына тәҫьир итәсәк. Ауыл хужалығы етештереүселәре һорауға Росстат-тың рәсми сайтында web=йыйыу системаһы аша   яуап бирә ала.

Районда ла ауыл хужалығын иҫәпкә алыу кампанияһына әүҙем ҡушылдылар. Урындағы үҙидара органдары ярҙамында йыһазландырылған биналар әҙерләнгән. 4 инструктаж биреү, 26 иҫәпкә алыу участка индерелгән. Транспорт сараларын ауыл хужалығы иҫәбен алыу документтарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн эске эшәр органдарын йәлеп итеү эше башҡарыла.Ауыл хужалығы иҫәбен алыу буйынса яҡынса йомғаҡ ағымдағы йылдың 4-се кварталында, ә тулыһынса мәғлүмәт 2023 йылдың беренсе кварталында әҙер буласаҡ. Был сараны үткәреүҙә халыҡтың аңлап ҡабул итеүе бик мөһим.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: