Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Август 2021, 09:30

Баҫыуҙарҙа эштең ҡыҙыу мәле

Ауыл хужалығында тир түккәндәрҙең эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрөрлөк түгел. Бигерәк тә тәбиғәт ҡоролоҡтан, эҫелектән интеккән мәлдә, уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу мөһим. Игенселәр ҙә, һауа торошона ҡарап, эштәренә үҙгәреш индерә. Ҡайһы бер район хужалыҡтары көнбағыш урыуға ла төшкән, ғәҙәттә уны октябрь айына ҡалдыра торғайнылар.

Баҫыуҙарҙа эштең ҡыҙыу мәле
Баҫыуҙарҙа эштең ҡыҙыу мәле

Ауыл хужалығында тир түккәндәрҙең эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрөрлөк түгел. Бигерәк тә тәбиғәт ҡоролоҡтан, эҫелектән интеккән мәлдә, уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу мөһим.

Игенселәр ҙә, һауа торошона ҡарап, эштәренә үҙгәреш индерә. Ҡайһы бер район хужалыҡтары көнбағыш урыуға ла төшкән, ғәҙәттә уны октябрь айына ҡалдыра торғайнылар. “70 гектарҙа баҫыу-яландарҙы парға һөрҙөк, 120 гектарҙа ҡалды. Бындай эҫелектә көҙгә сәсеүҙе туҡтатып торҙоҡ, сөнки тупраҡта эҫелек 50 градустан да кәм түгел, был аҙым орлоҡто әрәм итеүгә бәрәбәр”, - ти фермер Әхәт Ибраһимов. Ул 470 гектар ерҙә игенселек менән шөғөлләнә, арпа, арыш, һоло, бойҙай  кеүек культуралар юғалтыуһыҙ йыйып алынған, иген гәрәбәләрен орлоҡҡа айырып һалынған. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тигәндәй фермер хужалығында тир түккәндәрҙең ҡәҙерен белә етәксе. Тәмле аштары менән һыйлаған ашнаҡсы Юлиә Күсекәева, водитель Мәҙәрик Хәйбуллин, механизатор Ринат Ибраһимовтың һәм башҡаларҙың бер төптән хеҙмәте арҡаһында,  хужалыҡта эш йылдам бара.

Баҫыуҙарҙа эштең ҡыҙыу мәле
Баҫыуҙарҙа эштең ҡыҙыу мәле
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: