Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
8 Октябрь 2021, 15:20

Хеҙмәт эйәһе - хөрмәт эйәһе

Фермер булыу, үҙ хужалығыңды тотоу - ауыр, тынғыһыҙ һәм сығымлы хеҙмәт. Тырышып, күп ауырлыҡтарҙы үҙ көсө менән еңеп сыҡҡандарға һоҡланмау мөмкин түгел. Ошо арала ғүмер байрамын билдәләгән Мотай ауылы фермеры Илһам Бикиевты юбилейы менән ҡотлағандан һуң әңгәмәләшергә насип булды.

Хеҙмәт эйәһе - хөрмәт эйәһе
Хеҙмәт эйәһе - хөрмәт эйәһе

Фермер булыу, үҙ хужалығыңды тотоу - ауыр, тынғыһыҙ һәм сығымлы хеҙмәт. Тырышып, күп ауырлыҡтарҙы үҙ көсө менән еңеп сыҡҡандарға һоҡланмау мөмкин түгел. Ошо арала ғүмер байрамын билдәләгән Мотай ауылы фермеры Илһам Бикиевты юбилейы менән ҡотлағандан һуң әңгәмәләшергә насип булды.

- Яҙмыш шулай ҡушҡандыр инде, ерҙән айырылғаныбыҙ юҡ. Юҡҡа ғына, алтын-көмөш сыҡҡан ерҙән, тыуған-үҫкән ер яҡшы, тип әйтмәйҙәр.

1975 йылдан хеҙмәт юлымды башланым, колхозда сөгөлдөр үҫтереүсе булып эшләнем. 150 гектар биләп ята ине баҫыуҙар. Бөгөнгә эш стажы 45 йылдан ашыу иҫәпләнә. Эштән ҡурҡып тормайым мин.Техниканың бар төрөн хеҙмәтләндерә беләм. Колхоздар бөлә башлағас, аҡсаһыҙлыҡ осоронда, 2003 йылда үҙ эшемде астым, колхоз ерен алып эшкәртә башланым. Ауыл хужалығы идаралығында Александр Михайлович Барановтың эшләгән сағы, мине белә, ҡуш ҡуллап фатихаһын бирҙе. Сәсеүлек ерен ете гектарҙан башланыҡ, әлеге ваҡытта 120 гектарҙа баҫыулығыбыҙ бар. Арыш, арпа , бойҙай сәсәбеҙ, 80 гектарҙа - бесәнлек ере. Көнбағыш сәсмәйем, унан һуң баҫыу-яланды сүп баҫа. Уңыш нигеҙе - тынғыһыҙ хеҙмәт, тиҙәр бит. Барлыҡ агротехник сар аларҙы теүәл үтәү, ойошҡанлыҡ, һәр кемдең үҙ эшенә яуаплы ҡарауы тейешле һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкинлек бирә: иген культураларын йыйыу уңышлы тамамланды. Техникабыҙ ҙа етерлек, бөтә төр агрегат - пресс, ротор бесән сапҡыс, өс “Беларусь” тракторы, комбайным бар.

Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, ти халыҡ мәҡәле. Улым Зөфәр - уң ҡулым да, кәңәшләшер иптәш тә. Атай эргәһендә улың йүгереп йөрөһә, дәрт арта. Ҡатыным Зөһрә Мирхәт ҡыҙы - Һарыш ауылында башҡорт теле уҡытыусыһы, мәктәптән ҡайтҡас ул да ярҙам итә.

Малсылыҡ менән дә шөғөлләнәбеҙ, элекке ферманы һатып алдым, сементал тоҡомло 50 баш һыйырыбыҙ бар. Ваҡытында быҙауланылар. Ҡалған һөттө тиҙ арала һатып бөтәбеҙ, мал тотоусылар аҙайҙы бит хәҙер. Ялҡаулыҡ көслө кешелә, хәйерселәп ултырһа ултыра, эшләргә дәрте юҡ.

Ауыл хужалығында бер ҡасан да еңел булманы. Һәр бер көндөң ҡыҙыҡ сағы ла, ҡыҙғаныс сағы ла бар. Ҡыйынлыҡтан һуң еңеллек килә. Ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡас, алға табан тағы өмөтләнеп йәшәйбеҙ. Кредит алып эш башлағанда 14 һыйыр һатып алғайныҡ, ағыуланып харап булды малҡайҙарыбыҙ, өсәүһе генә тере ҡалды. Аптырап ҡалманыҡ, ҡул ҡаушырып

ултырырға ярамай, ҡырып-һепереп ҡалған аҡсаға ике мең ҡаҙ бәпкәһе һатып алдыҡ. Хоҙайҙың биргәненә шөкөр, өйөбөҙ бай, хозур Ағиҙел йылғаһы янында урынлашҡан, үлән күп, барыһын да үҫтерҙек. Тере ауырлыҡ менән һатып алып бөттөләр. Шунда беренсе тапҡыр үҙ ҡулдарым менән үҫтереп һатҡандан һуң алған миллион һум табыш алдым. Әле лә ҡаҙ, бройлер, индоөйрәк тотабыҙ. Ул тере валюта һымаҡ. Ҡош киҙеүе республика төбәгенә лә үтеп ингән бит әле, шуныһы хафаландыра, бикләп тоторға тура килә. Ашатырға бойҙайҙы ярай үҙебеҙ үҫтерәбеҙ, юҡһа әле тоннаһы 17 -18 мең һумға күтәрелгән.

Гел донъя артынан ҡыуа тип уйлай күрмәгеҙ, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә яратам, балыҡ ҡармаҡлап күңел тыныслығы табам.

Йәшәй -йәшәй тормош ҡиммәттәренә төшөнәһең. Иң яҡшыһы - татыу ғаилә. Ҡыҙыбыҙ Фидәлиә беҙгә ейәнсәр алып ҡайтып ҡыуандырҙы.

Булғанына риза булып, тормоштоң йәмен табып йәшәйбеҙ. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан булғаның яҡшы.

 

Хеҙмәт эйәһе - хөрмәт эйәһе
Хеҙмәт эйәһе - хөрмәт эйәһе
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: