Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
3 Февраль 2023, 11:35

Ауыл киләсәге йәштәр ҡулында

Тәмле фамилиялы был егет, тәмле хәбәр генә һөйләп йөрөмәй.

Ауыл киләсәге йәштәр ҡулында
Ауыл киләсәге йәштәр ҡулында

 

Районда малсылыҡ менән шөғөлләнгән йәштәребеҙ етерлек. Сираттағы эш сәфәре Дарьевка ауылы фермеры Алексей Арбузовтың хужалығына төштө. Ауыл үҫеш юлында, киң урамы ҡарҙан таҙартылған, өйҙәр һаны ла байтаҡ ҡына.

Заманында “Победа” колхозы тарҡалғас, бер нисә крәҫтиән-фермер хужалығы барлыҡҡа килә. Тиҫтә йылдар колхоз рәйесе  дилбегәһен тартҡан Михаил Николаевич Арбузовтың Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған  кинйә улы Алексейҙы ауылда төпләнә. Йәш белгес башта водитель, һуңғараҡ инженер, агроном ярҙамсыһы, ферма мөдире булараҡ тәжрибә туплай һәм атаһының эшен дауам иткән хужалыҡты юғарыраҡ бейеклеккә күтәреү маҡсаты менән йәшәй. “Шөкөр, әлегә эштәр көйлө бара. Үҙ көсөбөҙгә, мөмкинлектәргә таянабыҙ. Төҙөргә тип кредит алманыҡ, быйыл ремонт базаһы, ырҙын табағында түбә ябыу буйынса байтаҡ эш башҡарҙыҡ”, - ти Алексей Михайлович. Хужалыҡ хәлдәре тураһында һөйләшә-һөйләшә, уның менән мал аҙбары яғына юлланабыҙ. “Ҡаты һалҡындар торғанда, быҙауҙарға ауырыраҡҡа төштө”, - ти 34 йәшлек фермер. Бөгөн иһә көн аяҙ, герефорд тоҡомло һыйырҙар саф һауала бесән көйшәй. Дөйөм мал һаны 620 башҡа еткән. Йылҡылары ла бар. Мал аҙығы артығы менән ике йылға етерлек тупланған. Көндәлек рацион аҡһымға бай фураж менән тулыландырыла. “Бесәнлек майҙаны ла, үҫемлекселек менән шөғөлләнер өсөн дә ер етерлек. Ауыл халҡының эшләргә теләмәүе аптырата. Элегерәк ауылдың ике көтөүенә 500-гә яҡын  баш мал ҡыуа торғайнылар. Ә хәҙер, был һан, 25 тирәһе генә”, - тип уфтана хужа. Техника ла етерлек, яңы, ә механизатор, хатта малсы булып эшләргә теләүсе юҡ. Мал тотмаған ауыл халҡы, ит менән тәьмин итеүен һорап, фермерҙан магазин асыуын мөрәжәғәт иткән. Көс-дәрт ташып торғанда, “ауылым” тип янып торған фермерға моратҡа ирешеүе, ниәттәрен бойомға  ашырыуы бер ни түгел.

 

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: