Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Февраль 2023, 13:45

Эшләгәнгә эш ҡарышмай

 Юғары уҡыу йортон яңы тамамлаған йәш белгес, Һарыш ауылынан Илнар Ханнанов үҫемлекселекте һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереү өсөн дәүләттән 750 мең һум күләмдә ярҙам алған.

 

Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығын консультациялау Үҙәге вәкилдәре йыл башынан 23 муниципаль районда күсмә семинар-кәңәшмә үткәрҙе. Ауыл муниципалитеттарында йәшәүселәргә дәүләт ярҙамы саралары, «Агростартап», «Ғаилә фермалары», «Агропрогресс», «Матди-техник базаны үҫтереү» программалары буйынса гранттар алыу шарттары, ғариза биреүселәргә төп талаптар һәм ҡануниәттәге һуңғы үҙгәрештәр хаҡында һөйләнеләр. Осрашыуҙа 850-нән ашыу кеше ҡатнашты.

Улар араһында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары рәйестәре, крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселәре, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, район хакимиәте башлыҡтарының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙары, шулай уҡ ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм муниципаль райондарҙың ауыл хужалығы бүлектәре белгестәре ҡатнашты. Сараның төп маҡсаты - республикала эшкәртеү продукцияһының күләмен арттырыу һәм ауыл халҡына йыл әйләнәһенә өҫтәмә килем алыу өсөн граждандарҙы ауыл кооперацияһына һәм фермерлыҡҡа йәлеп итеү, - тине БР  ауыл хужалығын консультациялау Үҙәге директоры Ирек Сакаев.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дүрт йыл эсендә Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы өсөн 1 миллиард 108 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Һөҙөмтәлә 272 яңы фермер хужалығы булдырылған, 82 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативына ярҙам күрһәтелгән, ә ҡулланыусылар кооперацияһына 7,8 мең яңы ҡатнашыусы йәлеп ителгән. Башҡортостан агросәнәғәт комплексының бәләкәй хужалыҡ формалары өсөн гранттар һәм субсидиялар алыу шарттары буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте https://cckrb.ru/programs/ һылтанмаһы буйынса табырға мөмкин.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: