+29 °С
Болотло
БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Маргарита Болычева республиканың ауыл хужалығы министрлығы башлығының етештереүҙе арттырыу һәм яңы баҙарҙарға сығыу кәрәклеге тураһындағы һүҙҙәрен хупланы. 2022 йылда Башҡортостандың аҙыҡ-түлек тауарҙарын 50-гә яҡын ил һатып алған, тип өҫтәне ул. Аграр продукцияны импортлаусы иң эре илдәр иҫәбенә Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан, Бельгия, Латвия, Төркиә, Германия, Норвегия инә.