Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Апрель 2023, 14:30

Тр, тр, трактор, һуҡа бабай йыраҡ тор!

Быйыл район буйынса   күп йыллыҡ үләнде ашлау - 5741, ужым сәсеүлеген – 10157, ә 42700 гектар баҫыу майҙанын  дымға ҡаплатыу бурысы тора. Бар хужалыҡтарҙа ла сәсеүлек материалын ағыулау бара, бөгөнгә  40,3 проценты (2810 тонна) эшкәртелгән.

Тр, тр, трактор, һуҡа бабай йыраҡ тор!
Тр, тр, трактор, һуҡа бабай йыраҡ тор!

 

Быйыл яҙ иртә килде, ни арала бейек ҡар көртттәре эреп юҡҡа сыҡты, күлдәй йәйрәп ятҡан күләүектәр  кипте. Яландарҙа йылы яҡтан ҡайтҡан ҡоштар тауышына трактор гөрөлдәүе ҡушылды. Аграрийҙар өсөн яуаплы осор башланды.

Быйыл район буйынса   күп йыллыҡ үләнде ашлау - 5741, ужым сәсеүлеген – 10157, ә 42700 гектар баҫыу майҙанын  дымға ҡаплатыу бурысы тора. Бар хужалыҡтарҙа ла сәсеүлек материалын ағыулау бара, бөгөнгә  40,3 проценты (2810 тонна) эшкәртелгән.

708 гектар майҙанды биләгән күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыуҙы Салауат исемендәге хужалыҡ тамамлай яҙған, унан ҡала “Ашҡаҙар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт килә.  Крәҫтиән фермер хужалыҡтары ла елләгән баҫыуҙарға техника сыҡты. Ужым культураларын  салауаттар 39,9 процент майҙанда ашлап өлгөргән, әле дымға ҡаплатыуҙа,  дымдан һурыҡҡан баҫыуҙарҙы тырмалау эштәрендә. Ҡояш менән ел тиҙ арала ерҙәге дымды осорта, шуға ла көндөң һәр сәғәте ҡәҙерле. Юҡҡа ғына боронғолар, яҙын сәсһәң, һаҙға сәс тип әйтмәгән.

 

Тр, тр, трактор, һуҡа бабай йыраҡ тор!
Тр, тр, трактор, һуҡа бабай йыраҡ тор!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: