Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Апрель 2023, 12:50

Башҡортостанда 2022 йылда 250 миллиард һумға тиерлек ауыл хужалығы продукцияһы етештерелде

2022 йылда Башҡортостан республикаһы агрокомплексы тауар етештереүҙә рекордлы күрһәткестәргә өлгәште. Уҙған миҙгел төбәк аграрийҙары өсөн яңы етештереү ҡаҙаныштары һәм мөмкинлектәр осоро булды

Башҡортостанда 2022 йылда 250 миллиард һумға тиерлек ауыл хужалығы продукцияһы етештерелде
Башҡортостанда 2022 йылда 250 миллиард һумға тиерлек ауыл хужалығы продукцияһы етештерелде

– 2022 йылдан аҙыҡ – түлек тармағын үҫтереү программаһы сиктәрендә беҙ яңы дәүләт ярҙамы саралары күрһәтәбеҙ,-тине бр Хөкүмәте Премьер – министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат фәзрахманов. - Эшкәртеүселәрҙең яңы ҡорамалдарға сығымдарҙың 40 процентын ҡаплау мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Ошо сара арҡаһында 40-тан ашыу предприятие производствоны яңыртты ла инде, 130 миллион һумға 100 берәмек техника һатып алды. Шул уҡ ваҡытта түләнгән субсидиялар күләме 50 миллион һум тәшкил итә. 2023 йылда был йүнәлешкә республика бюджетынан 100 миллион һум бүленәсәк. 2023 йылға аҙыҡ – түлек етештереүҙе 160 миллиард һумға тиклем арттырыу һәм урындағы аҙыҡ-түлек тауарҙарын ваҡлап һатыу магазиндарында күрһәтеүҙе арттырыу планлаштырыла.

Башҡортостанда 2022 йылда 250 миллиард һумға тиерлек ауыл хужалығы продукцияһы етештерелде
Башҡортостанда 2022 йылда 250 миллиард һумға тиерлек ауыл хужалығы продукцияһы етештерелде
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: