Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Апрель 2023, 12:35

Баҫыуҙарҙа дым ҡаплау эштәре бара

Был бик мөһим агротехник эш, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Емелиндар крәҫтиән-фермер хужалығында. Яҙ яҡынлашыуын иң тәүҙә улар тоя

Баҫыуҙарҙа дым ҡаплау эштәре бара
Баҫыуҙарҙа дым ҡаплау эштәре бара

Уны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарырға кәрәк, сөнки тупраҡ, айырыуса көслө елдә, тиҙ кибә. Бының өсөн тырма файҙаланыла.

-  Бөгөнгө көндә дым ҡаплау, ашламалар индереү эше бара, баҫыуҙар өлгөрә. Быйыл беҙҙең алда сәсеүҙе тулыһынса агротехник методика-талаптарҙы үтәп башҡарып сығыу бурысы тора. Сәсеүлектәргә айырыуса минераль ашламалар, гербицидтар индерергә кәрәк, - ти хужалыҡ етәксеһе Денис Емелин.

Коллективҡа килгәндә, ул тотороҡло, эшлекле, үҙ алдына ҡуйылған бурыстарҙы еренә еткереп үтәрлек хеҙмәткәрҙәрҙән тора. Шуларҙың береһе алтын ҡуллы механизатор Дмитрий Чурилов. Ошондай ауыл эшсәндәре булғанға ла бөгөн өҫтәлдәребеҙ ризыҡтан һығыла.

Баҫыуҙарҙа дым ҡаплау эштәре бара
Баҫыуҙарҙа дым ҡаплау эштәре бара
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: