Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Июнь 2023, 12:00

Ҡолаҡтарын ҡайсылап, ҡолаҡтарын шымартып, танау тартып ажғырып...

Ҡолаҡтарын ҡайсылап, ҡолаҡтарын шымартып,  танау тартып ажғырып, башын сайҡап, аяҡтары менән сапсынып, янып торған баҡыр күҙле дөлдөлдәр әкиәт-легендаларҙа ғына яҙып ҡалдырылған, тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ!

Ҡолаҡтарын ҡайсылап, ҡолаҡтарын шымартып,  танау тартып ажғырып...
Ҡолаҡтарын ҡайсылап, ҡолаҡтарын шымартып, танау тартып ажғырып...

Ҡолаҡтарын ҡайсылап, ҡолаҡтарын шымартып,  танау тартып ажғырып, башын сайҡап, аяҡтары менән сапсынып, янып торған баҡыр күҙле дөлдөлдәр әкиәт-легендаларҙа ғына яҙып ҡалдырылған, тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ! Бар әле халҡыбыҙҙың борондан шөғөлләнгән эшенә тоғро ҡалыусылар! Йылҡы малына  ғашиҡ булғандар арҡаһында һабантуйҙарҙа бәйге ярыштарында елдән етеҙ елгән аттарға  ҡарап  һоҡланабыҙ. Шуларҙың береһе - “Гранит” исемле айғырҙың хужаһы Иршат Баһауетдинов Мәләүез районы Дмитриевка ауылында йәшәй. Быйыл һабантуйҙа  “Гранит” икенсе призлы урында килгән. Аттарға һөйөү Иҙрис Йәүҙәт улынан Иршатҡа күсә, үҙ нәүбәтендә 13 йәшлек Илнурға ла ат”ене” ҡағылған. Киләһе һабантуйҙарҙа үҫмер үҙе елеп килеп етер, тигән өмөттәбеҙ, әлегә айғыр йәш хужаны бала-сағаға иҫәпләй күрәһең, баш биргеһе килмәй. “Башҡа йылҡыларҙан айырып ашатабыҙ, көнөнә бер килограмм кишер ашай, март айынан ярыштарға әҙерләй башлайбыҙ”, - ти Иршат Иҙрис улы. Биш йәшлек “Гранит” иркә, үҙһүҙле малҡай. Сит кешене үҙенә яҡын да килтермәй. “Әгәр үсектерһәң, көтөүлектән дә йәйәү ҡайтҡан осраҡ була”, - ти хужа көлөмһөрәп.

Ҡолаҡтарын ҡайсылап, ҡолаҡтарын шымартып,  танау тартып ажғырып...
Ҡолаҡтарын ҡайсылап, ҡолаҡтарын шымартып, танау тартып ажғырып...
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: