Конгэк
+12 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Апрель , 17:46

Инвестсәғәт - эшҡыуарҙар мәнфәғәтендә

Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2018 йылдан “Инвестсәғәт” форматында кәңәшмәләр уҙғарыла. Уның маҡсаты – Башҡортостанда инвестиция проекттарын һәм тәҡдимдәрен тормошҡа ашырыу системаһын үҫтереүгә булышлыҡ итеү,  үҙебеҙҙе донъя баҙарында танытыу, төбәктәге инвестиция шарттарын яҡшыртыу. Шулай уҡ ул республикаға сит ил инвесторҙарын йәлеп итеү өсөн ыңғай шарттар тыуҙыра. Проекттар менән мөрәжәғәт иткән эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамына дәғүә итә.

Мәләүез район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов менән берлектә хакимиәттә ошондай форматта уҙған кәңәшмәлә Хлебодаровка ауылынан Александр Виденев һарыҡсылыҡ тармағын үҫтереү проекты менән мөрәжәғәт иткән ине. Урында тейешле документтар әҙерләнгәс, ул тейешле органдар аша тикшерелеп, ыңғай ҡабул ителде. Бөгөн  эшҡыуар Александр Николаевич “Виденеев”  фермер хужалығында һарыҡ үрсетеү менән шөғөлләнә. Уҙған йыл  һатып алынған ике меңгә яҡын Куйбышев тоҡомло һарыҡтар бәрәсләгән, көтөүлек яңы үрсем иҫәбенә тулылана.

Хужалыҡ директоры Александр Николаевич уларҙың һанын арттырыуҙы күҙаллай.  Маҡсат  тормошҡа ашһа,  бында тоҡомсолоҡ үҙәге булдырыласаҡ. Һарыҡ үрсетеү  тәү ҡарашҡа ғына еңел тойолһа ла, бер нисә йыл ул тик сығымдар талап итә. Хужалыҡта уҙған йылда уҡ һарыҡтар өсөн кәртә, һарай төҙөлгән, был эш бөгөн дә дауам итә. Йәйгеһен тоҡомло һарыҡтар еләҫ, әммә үткәл ел булмаған кәртәлә аҫрала. Көтөүлек майҙаны  даими алмаштырыла.

Башҡа тоҡомдарҙан айырмалы Хлебодаровка һарыҡтарының  көндәлек артымы 120-150 грамм, дөйөм ауырлыҡтары 100 килограмға яҡын. Уларға тейешле тәрбиә һәм сифатлы аҙыҡ талап ителә. Ваҡ малдың  төрлө ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы юғары, температура үҙгәрешен еңел кисерә.

Александр Виденеев “Инвестсәғәт”тең ысын мәғәнәһендә эшҡыуарҙар өсөн ҡулайлы һәм кәрәкле булыуын билдәләй. “Ҡаршылыҡтарға ҡаршы барырға кәрәк”, - ти ул.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

“Республикала бизнес проекттарҙы тормошҡа ашырыу системаһының  файҙалы булыуы ҡыуаныслы. Ауыл хужалығы тармағын  продукция етештереү күләмен арттырыуға йүнәлтәбеҙ. Был - үҫешкә стимул”. (БР Башлығы Радий Хәбиров сығышынан).

Башҡортостанда 2023 йылда республикала сәнәғәт етештереүсәнлеге 6,7 процентҡа артҡан. Инвестициялар йыл йомғағы буйынса 600 миллиард тәшкил итеп,  үҫеш 6,4 процентҡа еткән.

 

 

Инвестсәғәт - эшҡыуарҙар мәнфәғәтендә
Инвестсәғәт - эшҡыуарҙар мәнфәғәтендә
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: