ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
1 Сентябрь 2018, 11:00

Шундай урам бар, Урман тип атала

Александровка ауылында бөтәһе алты урам. Йыл һайын уларҙың береһендә байрам ойошторола.

Йыл һайын уларҙың береһендә байрам ойошторола. Күптән түгел Урман урамында йәшәгәндәр 55 йыл бергә татыу ғүмер иткән Лидия һәм Василий Абаимовтарҙың ҡапҡа тышында табын ҡороп, күңел асты.

- Йәйге ҡыҙыу осорҙа күрше-күлән менән осрашыу, аралашыу өсөн бик яҡшы сара ул, - ти ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Надежда Смирнова. - Ауыл сағыштырмаса ҙур ғына, 322 йортта 692 кеше йәшәй. Шуға күрә уларҙы бергә йыйыу, бөтәһенә лә иғтибар бүлеү мөмкин түгел. Шунлыҡтан айырым бер урам халҡын йыйып, байрам үткәреүҙе традицияға әйләндерҙек. Сарала өлгөлө ғаиләләр билдәләнә, төрлө конкурстар, викториналар үткәрелә.
Урман урамында 54 йорт иҫәпләнә. Берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Михаил Липунов та ошонда йәшәй. “Иң бәләкәй граждан” исемен Настя Горина алды. “Иң яҡшы хужабикә” тип Мария Липунова табылды, “Өлгөлө ғаилә” номинацияһында Вера һәм Сергей Зиминдар бүләкләнде.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 70-се һанында уҡығыҙ.

Һүрәттә: “Ҡунаҡсыл ғаилә” номинацияһында еңгән Абаимовтар.

Автор фотоһы.
Читайте нас: