Конгэк
+7 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
22 Ноябрь 2018, 17:27
Яратабыҙ һәм ғорурланабыҙ
Беҙҙең ҡәҙерле ҡустыбыҙ Риф Нәжметдинов 1958 йылдың 15 ноябрендә ғүмер буйы колхозда бил бөккән ябай ғаиләлә тыуа.
Беҙҙең ҡәҙерле ҡустыбыҙ Риф Нәжметдинов 1958 йылдың 15 ноябрендә ғүмер буйы колхозда бил бөккән ябай ғаиләлә тыуа. Гармунда өҙҙөрөп уйнаған атайым Барый Ғиләжетдин улы менән йөрәктәргә үтеп инерлек моңло тауышлы әсәйем Шәрғиә Ҡотлоғужа ҡыҙының был мөхәббәт емеше - алтынсы бала. Тәбиғәттән бирелгән һәләте йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә сәскә ата. Бөгөн Риф гармунда уйнап, йырлап ебәрһә, күңелдәрҙә рәхәтлек, ғорурлыҡ тойғоһо уяна.
Туғаныбыҙ Риф Барый улы армия сафында ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, тыуған ерендә ерегеп, халҡына намыҫлы хеҙмәт итә. Матур ғаилә ҡороп, киленебеҙ Гөлнара менән тырышып донъя көтәләр. Ике ул, ике ҡыҙ үҫтерҙеләр, уларға лайыҡлы тәрбиә биреп, оло юлға баҫтырҙылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер йыл элек оло улдарын юғалттылар.
Иң изге теләктәр менән Клара ХӘЛИТОВА.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 92-се һанында уҡығыҙ.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Йорт усағы
24 Март , 17:00
“Ҡатыҡ тәмләү” йолаһы
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Март , 10:00
Башҡортостан уҡытыусылары "Мин - остаз " бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша