ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
29 Март 2019, 13:35

Ауыл халҡы матур йәшәргә теләй

Аптраҡ ауылы биләмәһе халҡы Хакимиәт көндәренә дәррәү йыйылды, сөнки район власына уларҙың һорауы байтаҡ йыйылғайны. Уларҙы бөгөн иң борсоған һорау - Томансынан Хәсәнгә тиклемге 460 гектар ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге участканың “Толпар” ат-спорты комплексы муниципаль унитар предприятиеһына бирелеүе. Алдан аңлатыу эше алып барылһа, был мәсьәлә артыҡ шау-шыу тыуҙырмаған да булыр ине, бәлки. Әммә был һорау бөгөн бар һәм уға яуап кәрәк. “Быға тиклем мал көткәнһегеҙ икән, көтөгөҙ йәки бесән әҙерләгәнһегеҙ икән, әҙерләгеҙ” - тигән яуап ҡына тынысландырманы ярһыған аптраҡтарҙы. Бер нисә кешенән инициатива төркөмө юғары даирәләргә хат яҙырға әҙерлеген әйтте. Мәғлүмәт-эш төркөмө етәксеһе март аҙағына тиклем яуап әҙерләргә вәғәҙә бирҙе.

Аптраҡ ауылы биләмәһе халҡы Хакимиәт көндәренә дәррәү йыйылды, сөнки район власына уларҙың һорауы байтаҡ йыйылғайны. Йыйылыш башланыр алдынан уҡ сараның икенсе өлөшөндә көтөүлек һәм бесәнлек мәсьәләһенә туҡталыуҙы һоранылар. Шуға ла район Хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Сергей Новожениндың һәм шулай уҡ урындағы етәксе Зөфәр Ғималетдиновтың үткән йылғы эшмәкәрлеккә отчет сығышы тамамланыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алдылар. Уларҙы бөгөн иң борсоған һорау - Томансынан Хәсәнгә тиклемге 460 гектар ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге участканың “Толпар” ат-спорты комплексы муниципаль унитар предприятиеһына бирелеүе. Алдан аңлатыу эше алып барылһа, был мәсьәлә артыҡ шау-шыу тыуҙырмаған да булыр ине, бәлки. Әммә был һорау бөгөн бар һәм уға яуап кәрәк. “Быға тиклем мал көткәнһегеҙ икән, көтөгөҙ йәки бесән әҙерләгәнһегеҙ икән, әҙерләгеҙ” - тигән яуап ҡына тынысландырманы ярһыған аптраҡтарҙы. Бер нисә кешенән инициатива төркөмө юғары даирәләргә хат яҙырға әҙерлеген әйтте. Мәғлүмәт-эш төркөмө етәксеһе март аҙағына тиклем яуап әҙерләргә вәғәҙә бирҙе.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 26-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: